Тесла моторс
Tesla Motors — Америка автомобиль компанияһы, эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — электромобилдәр етештереү. Бөтә донъяға танылған электротехник һәм физик Никола Тесла исемен йөрөтә.
Tesla компанияһы (башта Tesla Motors булараҡ нигеҙ һалына) 2003 йылдың 1 июлендә Мартин Эберхард һәм Марк Тарпеннинг тарафынан теркәлә. 2004 йылдың февралендә өс нигеҙ һалыусыһы компания өсөн $7,5 млн инвестиция йыя, шул иҫәптән Илон Маск $6,5 млн доллар аҡса һала. Маск директорҙар советы рәйесе була һәм Эберхардты генераль директор итеп тәғәйенләй.[11] Беренсе Tesla автомобиленең прототиптары рәсми рәүештә 2006 йылдың 19 июлендә Санта-Моникала (Калифорния) халыҡҡа күрһәтелә.[12]
2006 йылда Маск компания өсөн 100 миллион доллар аҡса йыйыуға өлгәшә. Һөҙөмтәлә Тесла 2008 йылда үҙенең тәүге Roadster моделен сығара башлай.[13] 2010 йылдың ғинуарында Тесла АҠШ-ның Энергетика Министрлығы тарафынан $465 млн долларлыҡ заём ала, һәм 2013 йылда компания уны ҡайтара.[14]
2010 йылдың май айында Тесла Калифорния штатының Фримонт ҡалаһында Model S. автомобилдәрен сығарыу буйынса фабрика төҙөй башлай[15]
2010 йылдың 29 июнендә Тесла NASDAQ-та беренсел асыҡ акция тәҡдимдәрен (IPO) урынлаштыра башлай һәм һөҙөмтәлә $226 млн доллар ҡаҙана. Шулай итеп, 1956 йылдағы Ford Motor компанияһы тәжрибәһенән һуң, Тесла АҠШ-тың IPO форматында эшләгән беренсе автокомпанияһы була.[16]
2012 йылдың июнендә Тесла Model S. атамалы икенсе модель автомобилен сығара башлай. 2017 йылдың июлендә иһә Тесла Model 3 тип аталған еңел машинаһын һатыуға сығара.[17]
2019 йылдың 14 мартында йәмәғәтселек иғтибарына яңы электромобиль тәҡдим ителә - Tesla Model Y[18]
2020 йылдың ноябрендә Тесла, Убер һәм Американың башҡа 26 компанияһы Эмиссиянан Ирекле Транспорт Ассоциацияһын (ZETA) ойоштора, ул АҠШ-та электромобилдәр һанын арттырыу буйынса лоббилыҡ эштәрен башҡарасаҡ.[19]
2021 йылдың 25 октябрендә компанияның капиталлашыуы 1 триллион долларҙан ашып китте.[20]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Tesla Motors. Tesla Motors, Inc. – Fourth Quarter & Full Year 2015 Update (PDF). Tesla Motors (10 февраль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 март 2016. 2016 йылдың 12 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 Tesla Motors, Inc. – Fourth Quarter & Full Year 2013 Shareholder Letter. 2014 йылдың 27 май көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 Tesla Motors, Inc. Архивировано 29 апрель 2013 года.
- ↑ Tesla Motors, Inc. (TSLA) Income Statement - NASDAQ.com
- ↑ TSLA Annual Income Statement - Tesla Motors Inc. Annual Financials
- ↑ Tesla hiring spree (15 ғинуар 2014).
- ↑ Tesla Annual Report 2021 SEC 10-K (ингл.)
- ↑ https://finance.yahoo.com/quote/TSLA/
- ↑ https://www.sec.gov/Archives/edgar/data/1318605/000119312516697498/d241192ds4.htm
- ↑ https://www.spglobal.com/marketintelligence/en/news-insights/trending/pkqkx8prqjvrftauj1r9lq2
- ↑ History of Tesla: Timeline and Facts. thestreet.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2021.
- ↑ Zero to 60 in 4 Seconds, Totally From Revving Batteries. nytimes.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2021.
- ↑ Electric Car Evolution. cleantechnica.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2021.
- ↑ Tesla gets loan approval from US Department of Energy. tesla.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2021.
- ↑ Idle Fremont Plant Gears Up for Tesla. wsj.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2021.
- ↑ Growth Of Tesla Guide. comparebrokers.co. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2021.
- ↑ Everything you need to know about Tesla Model 3, which is starting production. theverge.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2021.
- ↑ Tesla unveils Model Y electric SUV with 300 miles range and 7-seats. electrek.co. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2021.
- ↑ Clean Transportation Leaders Launch Zero Emission Transportation Association. prnewswire.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2021.
- ↑ Tesla breaks $1tn valuation barrier after Hertz orders 100,000 vehicles. theguardian.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2021.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |