Тоҙло (Һәләүек ҡушылдығы)

Тоҙло — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы йылға, Һәләүек ҡушылдығы.

Оҙонлоғо — 3,6 километр[1]. Уның ҙур ҡушылдыҡтары юҡ.

Шишмәһе урманлы ерҙә башлана. Яңы Ивановка ауылынан әллә ни алыҫ булмаған урында урман массивынан килеп сыға ул, артабан ялан буйлап аға. Сәлих ауылы эсенә ингәс, Баҡса һәм Ялан урамдары эргәһендә, ауылдың үҙәк өлөшөндә, Һәләүеккә килеп ҡушыла.

Йылғаның тирә-яғында нефть вышкалары урынлашҡан, .

Иҫкәрмәләр

  1. ОПЗ_том_2_Урман_Бишкадакский_сс. Архивировано 7 июль 2015 года. 2015 йылдың 7 июль көнөндә архивланған.

Һылтанмалар

  • 30.10.2015 реестры мәғлүмәте буйынса башҡортостан республикаһы территорияһындағы географик объекттарҙың атамалары, С. 490


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Категориялар