Тырыз

Файл:Туҙуяҡ-ҡул-тирмәре.jpg
Ҡул тирмәне өҫтөндә тырыз

Тырыз (диал. туйыҙ) — ҡайын туҙынан эшләнгән, көнкүрештә ҡулланылған һауыт. Ҡапҡаслап, тотор өсөн бау йәки ағас һап беркетеп эшләнгән күнәксек йәки бормаса[1].

Этимологияһы

Туйыҙ тигән атамаһы туҙ тигәндән килеп сыҡҡаны күренеп тора. Урыҫ телендә туес һүҙе тап ошо атаманан килеп сыҡҡандыр тип уйларға мөмкин, әммә урыҫ телендәге этимологияла уны фин-уғыр атамаһы менән бәйләйҙәр.[2]

Ҡулланылышы

Ҡайын туҙынан һауытты төрлө ҙурлыҡта һәм рәүештә ҡапҡаслап яһағандар. Туҙҙың ике яғы ла тышта ҡалдырыла алған. Бәләкәй һауыттарҙы ғәҙәттә туҙҙың аҡ йоҡа өлөшөн һыҙырып алып, төрлө биҙәктәр һалып та эшләгәндәр. Уның эсенә ҡаймаҡ, ҡатыҡ кеүек шыйыҡлыҡ һалырға ла, тоҙ, ярма кеүек ризыҡтарҙы һаҡларға ла мөмкин булған. Туҙҙан эшләнгән һауыттар бөгөн дә ҡулланыла һәм интерьерҙы биҙәүсе бер элемент булараҡ та көнкүрешкә инеп бара[3].

Әҙәби әҫәрҙәрҙә һәм фольклорҙа

  • Һылыу ҡыҙҙар еләк йыя тырыздарын элеп беләккә — (халыҡ йырынан)
  • Нәфисә бер тырыз ҡаймаҡ тотоп, ҡунаҡтарҙы күрергә килеп етте. — Н. Мусин[1].
  • Бесәй китте еләккә, Тырыз элеп беләккә. Аяғында йөн ойоҡ, Тырызының төбө юҡ[4].

Әҙәбиәт

  • Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. 2-се т.- Мәскәү, 1993, 434 б

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. 2-се т.- Мәскәү, 1993, 434 б.
  2. https://ru.wiktionary.org/wiki/%D1%82%D1%83%D0%B5%D1%81%D0%BE%D0%BA
  3. http://xn--80ashh8a.xn--p1ai/stat/57-utvar.html 2017 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған.
  4. tyryz

Категориялар