Түләбаев Марат Сәйфулла улы
Тыуған көнө | 18 ноябрь 1939 (85 йәш) |
---|---|
Гражданлығы | |
Һөнәр төрө | партия эшмәкәре |
Тыуған урыны | |
Заты | ир-ат |
Түләбаев Марат Сәйфулла улы (рус. Тулибаев Марат Сайфуллович ; 18 ноябрь 1939 йыл) — партия һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты. Милләте — башҡорт[1].
Биографияһы
Марат Сәйфулла улы Түләбаев 1939 йылдың 18 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Үрнәк (Кәлимулла) ауылында тыуған.
Юғары белемле — 1969 йылда — Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1958 йылда ябай колхозсы булып башлай.
1958—1960 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1960—1969 йылдарҙа уҡытыусы, бригадир, агроном, Ейәнсура районының Хоҙайбирҙин исемендәге колхозында партия ойошмаһы секретары булып эшләй.
1969—1980 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Ейәнсура район комитеты секретары, «Урал» колхозы парткомы секретары, Чапаев исемендәге колхоз рәйесе.
1980 йылдан — партияның Ейәнсура район комитетының икенсе секретары, һуңынан беренсе секретары итеп һайлана, ә 1992 йылда Ейәнсура районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
1990 йылда Ейәнсура районы, 204-се Абҙан һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветерандар һәм инвалидтар эштәре буйынса комиссияһы ағзаһы булған[1].
2007 йылдан Үҫәргән ырыуы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитет рәйесе — Ҡор башы итеп Марат Сәйфулла улын һайлап ҡуя[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
Ғаиләһе
Өйләнгән, ғаиләһендә бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр[1].
Әҙәби ижады
• Тәүге китабы — «Булат Ишемғол. Тормошо һәм ижады» — Булат Ишемғоловтың фажиғәле, әммә иҫ киткес сағыу тормошо хаҡында.
• Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура — Өфө: Китап, 2000.- 240 б.
• Түләбаев М. С. Йәнтөйәктең хәтер хазинаһы — Өфө: Китап, 2005.- 232 б.
• Тулибаев М. С. Шежере Усерган — Уфа: Китап, 2009.- 46 с.[2].
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
• Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
• Еребеҙҙең тере хәтере. М.Түләбаевтың "Йәнтөйәктең хәтер хазинаһы"китабы буйынса// Башҡортостан.-2005.- № 222.-4 б.
Һылтанмалар
• Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Башкирский комсомол: персоналии. Тулибаев Марат Сайфуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ноябрь 2024)
• 12 созыв (БАССР)
• Марат Тулибаев