Төйлөгән

Төйлөгән (черный коршун)- йыртҡыс ҡош

undefined
undefined

Ҡылыҡһырлама

Ҡарғанан ҙурыраҡ.Осоп барған ҡоштоң ҡанаттары ҙур күренә, оҙон ғына ҡойроғоноң осо икегә айырылған. Дөйөм төҫө ҡара көрәнһыу . Ҡауырһындары аҡ һәм ҡара сыбар. Башҡа үҙенә оҡшаған ҡоштарҙан айырсалы ҡойорғо меән айырыла.

Тауышы

Көслө генә ҡалтырауыҡлы һыҙғыра:"Фюрлюрлюрр" яңғырауыҡлы ҡысҡыра:"ҡый-ҡый-ҡый"

Йәшәү рәүеше

Һыуға яҡын урындарҙа йәшәй. Үләкһә, кимереүселәр, ҡош себештәре менән туҡлана. күсәм ҡош. Киң таралған. Ояһы ағас башында була. Көрән таплы 2-3 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Тәбиғәт санитары булараҡ файҙаһы ҙур.

Топономика, география исемдэре

  • Төйлөгән районы
  • Төйлән - Әлшәй, Дәүләкән райондарындағы йылға, Димдең һул ҡушылдығы

Әҙәбиәт

  • Жизнь животных (ТТ. 1-7). – 2-е изд. – М., 1983-89.
  • Э.Ф.Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө-1986 й.180 бит.

{{|de}}