Төньяҡ Двина
Төньяҡ Двина́ — Рәсәйҙең европа өлөшөндәге йылға.
География
Оҙонлоғо — 744 км, Сухона менән бергә — 1300 км, Вычегда менән бергә — 1803 км. Бассейн майҙаны — 357 мең км².
Вологда өлкәһенең Бөйөк Устюг ҡалаһы янында Сухона һәм Юг йылғаларының ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Артабан төньяҡҡа табан, Архангельск өлкәһенең территорияһы буйлап аға. Котлас ҡалаһы янында Вычегда йылғаһы менән ҡушылғандан һуң төньяҡ-көнбайышҡа борола, ә аҙаҡ яйлап төньяҡҡа йүнәлә. Новодвинск ҡалаһында йылға дельтаһы (майҙаны яҡынса 900 км²) башлана. Архангельск һәм Северодвинск ҡалалары янында Аҡ диңгеҙҙең Двина ҡултығына ҡоя.
Уртаса һыу сығымы — Сухона һәм Юг ҡушылған урында — 770 м³/с, тамағында — 3490 м³/с.
Төп ҡушылдыҡтары: Вычегда, Пинега, Вага, Юмиж.
Төньяҡ Двина буйындағы ҡалалар: Бөйөк Устюг, Красавино, Котлас, Коряжма, Сольвычегодск, Новодвинск, Архангельск, Северодвинск.
Төньяҡ Двина үҙенең барлыҡ оҙонлоғонда суднолар йөрөшлө һәм Волга-Балтик һыу юлы менән тоташҡан.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Северная Двина // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Төньяҡ Двина — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Северная Двина в «Словаре современных географических названий»(недоступная ссылка)
- Каталог гидрологических постов. Северный край
Был — гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ