Уралмаш
«Уралмашзавод» («Уралмаш» машиналар эшләү компанияһы ААЙ) — Екатеринбургтағы иң эре һәм билдәле предприятие. Машиналар эшләү сәнәғәте флагманы.
Быралау, тау сәнәғәте, металлургия, цемент етештереү, энергетика, төҙөлөш һәм транспорт тармаҡтары өсөн төрлө йыһаз сығара.
2007 йылда ОРМЕТО-ЮУМЗ менән берләшә.
Төп акционер — «Газпромбанк»: Берләштерелгән машиналар эшләү заводтары (Уралмаш-Ижора) аша.
1928 йылда Ленгипромез заводтын проектын сығара[3]. 1933 йылда эшләй башлай.