Урман деүете
Ҡылыҡһырлама
Турғай ҙурлығында. Ерҙән йүгереп йөрөүсе ваҡ ҡош. Һайрағанда осоп ярым түңәрәк яһай ҙа тағы ботаҡҡа йәки ергә ҡуна. һырты буй ҡара һыҙыҡлы ҡуйы көрән. Күҙҙәре өҫтөндә аҡ ҡаштары бар. Ҡойроғоноң ике яғынан аҡ һыҙыҡ үтә. Аҡһыл тамағында, түшендә һәм ҡорһағының алғы өлөшөндә киң ҡара-көрән һыҙыҡтар бар. Деүеттән кәүҙәһенең аҫ яғы сыбар булыуы менән айырыла.
Тауышы
Тауышы яңғырауыҡлы; «деүет» йәки «зин-зин-зин». һайрауы һыҙғырыуҙан һәм сутылдауҙан тора: «тйү-тйү-тйү-ти-ти-ти-тсий-тсай-тсий».
Йәшәү рәүеше
Урман ситтәрендә, ҡыуаҡлы аҡландарҙа йәшәй. Ваҡ бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик киң таралған. Ерҙә оялай. Ерәнһыу көрән таплы 4—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9
Иҫкәрмәләр
{{|de}}