Урман күгәрсене

Урман күгәрсене, ҡыр күгәрсене, һаҙ күгәрсене (урыҫ. Клинтух, лат. Columba oenas)— Европала, Төньяҡ Африкала, Кесе Азияла, Төркөстанда йәшәй торған күсмә ҡыр күгәрсене[1].

Ҡылыҡһырлама

Йорт ҡүгәрсене ҙурлығында. Дөйөм төҫө ҡуйы күкһел һоро. Ҡойроғоноң осо, яурындары, ҡанаттарындағы һыҙыҡтар ҡара. Күҙҙәре ҡара-көрән, аяҡтары ҡара-ҡыҙыл, суҡышының осо һары, төбө ҡыҙыл. Күк күгәрсендән яурындарындағы ҡара таптары менән айырыла.

Тауышы

Тауышы тоноҡ: «ху-хууу».

Йәшәү рәүеше

Ҡуйы урмандарҙа йәшәй. Төрлө үлән һәм ағас орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ағас ҡыуыштарында, ҡайһы ваҡыт ағас баштарында оялай. 2 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Ите әсән аулайҙар.

Иҫкәрмәләр

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)