Финляндияла Раштыуа байрамы
Финляндияла Раштыуа байрамы (фин. Joulu Suomessa, швед. Jul i Finland) — Христос Раштыуаһына арналған һәм 25 декабрҙә Григориан календары буйынса билдәләнгән дәүләт байрамы.
Ноябрҙең һуңғы көнө — Изге Андрей-Антти көнөнә финдәр эш Раштыуаға бара тип иҫәпләй, һәм «Антти Раштыуаны башлай, Туомас уны өйгә алып ҡайта» тигән әйтем бар.
Финдәрҙең хәҙерге календарҙың һуңғы айы булып декабрь тора, ул йоулукуу (joulukuu) тип атала. Тәүге тапҡыр был атама 1668 йылда Гезелиус календарында теркәлә, унда ул «talvikuu» тигән элекке исем менән бер рәттән бирелә, тимәк, «ҡышҡы ай».[1]
Бәләкәй Раштыуа
Раштыуаға тиклем 4 аҙна ҡалғас, адвент йәки «бәләкәй Раштыуа» әҙерлек осоро башлана. Хельсинки ҡалаһының Сенат майҙанында шыршы ҡуйыла, биҙәлгән һәм иллюминацияланған «Раштыуа урамы» асыла; 1947 йылдан алып ул Александринкату урамы. Раштыуа бүләктәре һатыла башлай. Шулай уҡ илдең башҡа ҡалаларында ла Раштыуаға әҙерлек башлана. Раштыуа уҡыу йорттарында, предприятиеларҙа һәм учреждениеларҙа байрам ителә. Раштыуаға тиклем ике аҙна алдан мәктәптәрҙә Раштыуа каникулдары башлана, юғары уҡыу йорттарында семестр тамамлана, хеҙмәткәрҙәрҙең һәм эшселәрҙең күпселеге Раштыуа каникулы ала. Беренсе донъя һуғышынан һуң байрам ителә башлаған һәм 1950 йылдарҙан алып йолаға әүерелгән «бәләкәй Раштыуа» үҙенсәлеге буйынса адвент осорондағы дин һәм сиркәү стиленә тап килмәй.[1]
Хәҙерге ваҡытта 13 декабрь — Изге Люция көнө — Финляндияла билдәле бер байрамға әүерелгән. Люция көнө тәүге тапҡыр 1930 йылда швед халҡы йәшәгән райондарҙа, ҡалаларҙа билдәләнә. Әлеге ваҡытта Хельсинкиҙа 13 декабрҙә дәғүәселәр араһынан иң сибәр ҡыҙ һайлана, ул « Йыл Люция» һы була. Аҡ кейем кейгән, башында электр шәмдәренән торған таж менән байрам парадында ҡала буйлап йөрөй. Анна көнө (Анна — Анни, Анникки, Аннели һ.б. исемендәге фин формалары) Раштыуа байрамдарына әҙерлектең башы булып иҫәпләнә: «Анна һыра ҡайната», «Анна һыра ҡуя, байрамда уны эсәләр», «Анна икмәк әүәләй» һ.б. Раштыуаға тәғәйенләнгән икмәкте Анна көнөндә әҙерләп ҡуялар, төндә генә бешерәләр. Оҙайлы төн ике партия икмәк бешерергә мөмкинлек биргән. Икмәктәрҙең береһенә — "Раштыуа икмәге"нә кеше йөҙөнөң формаһы бирелгән, һуңынан уны Раштыуа иртәһендә ашағандар. Раштыуаға икмәк бешергән төндә, күршеләргә икмәк саҙаҡаһы һорап ингәндәр. Саҙаҡа йомарт һәм ихлас бирелә, сөнки киләсәктә, айырыуса игенселектә һәм балыҡсылыҡта уңыш шуға бәйле тип иҫәпләнә.[1]
21 декабрҙән, Изге Фома (Туомас) көндәренән, бинаны Раштыуаға әҙерләй башлайҙар.Өй стеаларын йыуалар, түшәм таждары, шәмдәр әҙерләйҙәр. Был көндө кисен бәләкәй генә байрам ойошторалар: Раштыуа һыраһынан ауыҙ итергә мөмкин була, йыш ҡына өҫтәлгә сусҡа боттары — ҡәҙерле ризыҡ бирелә. Фин халҡында «Кемдең Туомас көнөндә юҡ, ул Раштыуа байрамында ла юҡ», — тигән әйтем йөрөй. Был көн торпарҙар (ерһеҙ крәҫтиәндәр) өсөн күңелле булмай — ер хужалары менән килешеүҙәр тамамлана. Был төндә күрәҙәлек итеү ҙә бар. Мәҫәлән, Карьялда өйҙә йәшәүселәрҙең исеме менән яҙылған сыра яндырып көрткә тыҡҡандар, уның яныуына ҡарап киләсәктә кемде нимә көткәнен асыҡлағандар. Туомас менән Раштыуа араһындағы көндәр ҡояш торошо (ҡайтышы) көндәре булған, шуға күрә киләһе йылға һауа торошон алдан билдәләү өсөн мөһим тип иҫәпләнә. Был аҙнаны «оя көндәре» тип атайҙар — «ҡояш ояла тора», һәм әгәр ул күренмәһә, — был ямғырлы йыл буласағын белдергән.[1]
25 декабрҙә Раштыуа башлана. Байрам һәм уның атамаһы — «йоулу»ҙы финдәр шведтарҙан үҙләштергән. Карьялда изгеләр көнө шулай атала, ә Похъянмаала — Раштыуаны. Раштыуа көнө алдының махсус исеме булмай — «Раштыуаға йыйыныу» (jouluaatto) тип кенә йөрөтәләр. Был көндө, ғәҙәти көндәргә ҡарағанда, иртәрәк эш башлайҙар, эш көнөн иртә тамамлайҙар. Көндөҙ мунса яғыла, киске аш иртә бирелә, күптәр, иртәнсәк сиркәүгә бара.[1]
- Ғөрөф-ғәҙәттәр
Раштыуа алдынан иҙәнгә һалам түшәгәндәр. Һалам түшәлмәгән иҙән Раштыуала булыуы мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта сиркәүҙә иҙәнгә һалам түшәү йолаһы бик оҙаҡ һаҡланған. Торлаҡҡа һалам индергән һәм уны ҡат-ҡат түшәргә кәрәк булған кешегә ҡарата, төрлө ерҙә төрлө ҡағиҙәләр булған. Иҙәнгә һалам түшәргә тейеш кешегә һыра йәки араҡы бөркәләр. Раштыуа төнөндә бөтә ғаилә һалам өҫтөндә йоҡлай, был Иисустың (Ғайсаның) Вифлеемдағы яслеһын хәтерләткән. Ләкин һалам түшәлгән иҙәндең төп мәғәнәһе — уңыш символы һәм буласаҡ уңышты тәьмин итеү. Һалам йәйер алдынан уны услап өҫкә, түшәмгә ырғыталар. Әгәр ул ҡытыршы түшәм таҡталарына йәбешһә, яҡшы уңышҡа. Түшәмдә мөмкин тиклем күберәк һалам аҫылынһын өсөн тырышалар. Күп ерҙәрҙә һаламды аяҡ менән бутау рөхсәт ителмәй, был игендең башаҡтарын ергә ятыуға килтерергә мөмкин.[1]
Һалам, ғәҙәттә, Раштыуа байрамдары ваҡытында, Сочельниктан алып суҡындырыуға йәки Сыбыртҡы көнөнә тиклем иҙәндә ята. Яңы йыл алдынан һәм һыуға сумыу алдынан уны билдәле бер тәртиптә алмаштырғандар: Яңы йыл алдынан — арпа һаламы түшәгәндәр, ә суҡындырыу алдынан һоло һаламы йә киреһенсә арпа.[1]
Шыршы Раштыуа ағасы сифатында Финляндия ауылдарында бик һуң барлыҡҡа килә. Ул Көнбайыш Европанан XIX быуат башында үҙләштерелә; тәүҙә уны ҡалаларҙа ғына беләләр. Ауыл ерендә биҙәлгән шыршылар тәүҙә мәктәптәрҙә ҡуйыла башлай, ә крәҫтиән йорттарында уҙған быуат аҙағында таралыу ала.[1] Аҙыҡ-түлекте Раштыуаға алдан әҙерләй башлайҙар. Сусҡа ите тоҙлағанда иң яҡшы ит киҫәктәрен Раштыуаға ҡалдыралар. Ғәҙәти эсемлек — һыра, төрлө ҡайнар ит ризыҡтары, тәмләткесле печенье Раштыуа байрамдарында өҫтәлдән алынырға тейеш түгел, тип иҫәпләнә.[1]
26 декабрь — Изге Стефан көнө (Финляндияла Раштыуаның йәки Тапаниҙың икенсе көнө) «кәзә» һәм «йондоҙло балалар» булып кейенеп, йәштәр һәм балалар өсөн төрлө күңел асыуҙар, уйындар башлана. «Сыбыртҡы кәзәләре» (nuuttipukit), «раштыуа кәзәләре» (joulupukit) тип аталған битлектәр кейеп өйҙән-өйгә йөрөйҙәр. Т Биҙәнеп-яһанған «йондоҙло малайҙарҙың» (tieman, tähtipojat) шәмдәр һәм вифлеем йондоҙон тотоп тантаналы йөрөү традицияһы Хямэла, шулай уҡ Оулу тирә-яғында һаҡланған. 13 ғинуарҙан һуң Раштыуа байрамдары тамамлана.[1]
Әҙәбиәт
- Токарев С.А., И. Н. Гроздова, Т. Д. Златковская. Календарные обычаи и обряды в странах зарубежной Европы XIX - начала XX века. Зимние праздники. — Москва: Наука, 1977. — 351 с.