Фёдоровка (Өфө ҡалаһы ҡала округы)

Федоровка (Өфө районы) — менән бутамаҫҡа!

Федоровка — Өфө ҡалаһы ҡала округы составындағы ауыл. Өфө ҡалаһы ҡала округының Калинин районына буйһонған Федоровка ауыл советына ҡарай.

Тарихы

1830 йылдан билдәле. Ауылға Өфө өйәҙендә алпауыт Федоровскийҙарҙың крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Шулай уҡ Петропавловка исеме менән дә билдәле. XX быуаттың 40-сы йылдарында Федоровка ауылына Хлебодаровка ауылы (XIX быуаттың 1‑се яртыһында нигеҙләнгән) һәм Федоровский утары (1939 йылда теркәлгән) ҡушылған.

1992 йылға тиклем Өфө районы составында була.

1992 йылдан алып Өфө ҡалаһының Калинин районы Федоровка ауыл советы составында[2].

2007 йылдан Калинин районында урынлашҡан Йылҡыбай-Федоровка-Самохваловка торлаҡ районы биләмәһенә инә.[3].

Халҡы

Халҡы иҫәбе
2010[1]
545
Милли составы

2002 йыл мәғлүмәте буйынса 75%-ы урыҫтар[4].

Инфраструктураһы

2007 йылдан башлап Калинин районында ҡала ер участкаларының яҡынса 2650 гектар майҙанында Йылҡыбай-Федоровка-Самохваловка торлаҡ районы төҙөү планлаштырылған[5]. Өфөлөләргә яңы биҫтәлә урамдарға исем уйларға тәҡдим ителгән[6].

Урамдары

  • Аметист урамы
  • Ҡарлы аҡ урам
  • Ҡырысынташ урамы
  • Йәйғорлы урамы
  • Таң урамы
  • Белгестәр урамы (элекке Йәштәр урамы)
  • Юрмаш урамы
  • Черемушка урамы[7]

Йәмәғәт транспорты

  • 130—сы һанлы автобус, Көньяҡ автовокзал — Рус Юрмашы — Көньяҡ автовокзал. Маршрут: Өфө — «Ағиҙел» Баҡсалары — Жилин — Карп — Федоровка — Йылҡыбай — «Родничок» Баҡса ширҡәте-Рус Юрмашы.
  • 291-сы һанлы маршрут таксиһы, Боҙ Һарайы — Шакша — Боҙ Һарайы. Маршрут: Ленин урамы — Революция урамы — Карл Маркс урамы — Зәки Вәлиди урамы — Сочи урамы — Пугачев урамы — Ноғай шоссеһы — Комарин урамы — Таң урамы — Гусар урамы — Таң урамы урамы — Ҡырсынташ урамы (кирегә: Таң урамы) — Ҡырсынташ урамы — Беговая урамы — Ҡасимов урамы — Гвардия урамы — Шоссе урамы — Высоковольтная урамы.
  • 131-се һанлы маршрут таксиһы, Ҡала мәҙәниәт һарайы — Шамонино — Ҡала мәҙәниәт һарайы. Маршрут: Октябрь проспекты Октябрҙең 50 йыллығы урамы — Цюрупа урамы — Зәки Вәлиди урамы — Сочи урамы — Пугачев урамы — Ноғай шоссеһы — Комарин урамы (Карпово) — Ҡырсынташ урамы (Федоровка) — Фермер урамы (Бурцево) — Юл урамы (Бурцево) — Үҙәк урам (Шмидтово) — Рәсәй урамы (Шамонино).
  • 131-се һанлы маршрут таксиһы, Планета сауҙа үҙәге — Шамонино — Планета сауҙа үҙәге. Түләүле юл аша.

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. ПОСТАНОВЛЕНИЕ Совета Министров РБ от 17.04.92 № 100 (ред. от 19.10.92) "О ПЕРЕДАЧЕ ХОЗЯЙСТВ УФИМСКОГО РАЙОНА В АДМИНИСТРАТИВНЫЕ ГРАНИЦЫ Г. 2013 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған.
  3. ПОСТАНОВЛЕНИЕ главы Администрации городского округа г. Уфа РБ от 12.04.2007 № 1799 «О РАЗРАБОТКЕ ПРОЕКТА ПЛАНИРОВКИ ЖИЛОГО РАЙОНА ЕЛКИБАЕВО — ФЕДОРОВКА — САМОХВАЛОВКА» 2014 йылдың 6 ноябрь көнөндә архивланған.
  4. Федоровка на карте wikimapia
  5. ПОСТАНОВЛЕНИЕ главы Администрации городского округа г. Уфа РБ от 12.04.2007 № 1799 «О РАЗРАБОТКЕ ПРОЕКТА ПЛАНИРОВКИ ЖИЛОГО РАЙОНА ЕЛКИБАЕВО — ФЕДОРОВКА — САМОХВАЛОВКА» 2014 йылдың 6 ноябрь көнөндә архивланған.
  6. Жители Башкортостана могут придумать названия новым улицам Уфы — башинформ.
  7. ФИАС: Республика Башкортостан, Город Уфа, Село Федоровка | Онлайн-справочник ФИАС Альта-Софт. 21 ноябрь 2024 тикшерелгән.

Категориялар