Хажиев Фәрҙийән Шакирйән улы

Хажиев Фәрҙийән Шакирйән улы (рус. Хажиев Фардиян Шакирьянович; 15 май 1953 йыл) — инженер-механик, ауыл хужалығы, төҙөлөш материалдары етештереү тармағы, дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. Фрунзе исемендәге колхоз рәйесе (1985—1990), Дәүләт Техник Күҙәтеү инспекцияһы начальнигы, Мәсетле районының баш дәүләт инженер-инспекторы (1999—2005, 2006—2011), хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары (2005—2006, 2011—2014). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2012), 1-се класлы дәүләт граждан хеҙмәте кәңәшсеһе (2009) һәм 3-сө класлы ғәмәлдәге муниципаль кәңәшсе (2013).

Биографияһы һәм хеҙмәт юлы

Фәрҙийән Шакирйән улы Хажиев 1953 йылдың 15 майында Башҡорт АССР-ының[1] Мәсетле районы Һөләймән ауылында, ауыл уҡытыусылары Жаүһәрә һәм Шакирйән Хажиевтар ғаиләһендә тыуған. Һөләймән башланғыс мәктәбендә, Яңы Мишәр һәм Дыуан-Мәсетле урта мәктәптәрендә уҡый. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң 1970 йылда Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтына[2] уҡырға инә, 1975 йылда инженер-механик һөнәре буйынса тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ҡурған өлкәһе Макушинский районының «Чистовский» совхозында башлай, унда 1975 йылдан 1984 йылға тиклем совхоздың баш инженеры вазифаһында эшләй.

1984 йылда ғаиләһе менән Башҡорт АССР-ының Мәсетле районына ҡайта. Фәрҙийән Шакирйән улы Салауат Юлаев исемендәге колхозға (үҙәге Йонос ауылы) инә, унда бер йыл колхоздың баш инженеры вазифаһында эшләй.

1985 йылда Фрунзе исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлайна (үҙәге Яңы Мишәр уылы), был вазифала 1990 йылға тиклем эшләй.

1990—1991 йылдарҙа «Агропромхимия» Мәсетле етештереү берекмәһендә баш инженер булып эшләй.

1991—1994 йылдар— Мәсетле кирбес заводы директоры.

1994—1996 йылдар— Мәсетле төҙөлөш материалдары комбинатының баш механигы, баш инженеры.

1996—1999 йылдар — «Мәсетле» муниципаль предприятиеһының матди-техник тәьминәт бүлеге начальнигы.

1999−2005 йылдар — Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы (рус. Гостехнадзор) начальнигы, Башҡортостан Республикаһы Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон Күҙәтеү дәүләт комитетының Мәсетле районы буйынса инспекцияһы баш дәүләт инженер-инспекторы.

2005—2006 — Мәсетле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы.

2006—2011 — Гостехнадзор инспекцияһы начальнигы, Башҡортостан Республикаһы Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон Күҙәтеү дәүләт комитетының Мәсетле районы буйынса инспекцияһы баш дәүләт инженер-инспекторы (Гостехнадзор).

2011—2014 — Мәсетле районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары.

2014 йылдан хаҡлы ялда.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2012)
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Техник Хазинаһы Инспекцияһының почет грамотаһы (2003, 2008)
  • Башҡортостан республикаһы ауыл хужалығы Министрлығының почет грамотаһы (2005)

Ғаиләһе

  • Ҡатыны Гөлфирә Әкрәм Ҡыҙы.
  • Улдары Марат, Айрат, Илдар.