Хакас календары
Хакас календары — Ай менән Ҡояш хәрәкәте йышлығына нигеҙләнеп, ваҡыттың оҙайлы арауығын иҫәпләгән хакас календары, ай-ҡояш календары төрө. Яңы йыл (хак. Чыл Пазы) яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән 20 мартҡа тура килә.
12 йыллыҡ хайуандар циклы — мөсәл (хак. Мючел):
- Кюске чылы — сысҡан йылы,
- Инек чылы — һыйыр йылы,
- Тюльгю чылы — төлкө йылы,
- Хозан чылы — ҡуян йылы,
- Килески чылы — кеҫәртке йылы,
- Чылан чылы — йылан йылы,
- Чылгы чылы — ат йылы,
- Хой чылы — һарыҡ йылы,
- Кизи (маймун) чылы — кеше йылы (маймыл),
- Танах (турна) чылы — тыуыҡ йылы (торна),
- Адай чылы — эт йылы,
- Сосха чылы — сусҡа йылы.
айҙар
• Ғинуар — Кюрген — Плеядаларҙың ай менән тигеҙләшеүе (тулы айҙың туғыҙынсы көнө),
•• Узюрген — шамбы балығының ыуылдырыҡ сәсеү айы (бельт.),
•• Чил айы — елдәр айы (саг),
• Февраль — Пёзиг — ҡояш ҡалҡыу айы,
•• Азыг айы — айыу айы,
•• Хузургул айы — диңгеҙ бөркөтө айы (кыз.),
• Март — Хаанг — киткән ҡоштарҙың ҡайтыу тауышы айы,
•• Арган кёк — ялған кәкүк айы,
•• Улуг кёрик айы — ҙур әлгәнйәктең ҡарығыу айы,
•• Харга айы — ҡарға айы (киткән ҡоштарҙың ҡайтыуына ҡыуана),
• Апрель — Хосхар — һарыҡтарҙың тороғоу айы,
•• Абыл айы — һабан эштәре башланыу айы (саг.),
•• Кичиг кёрик — бәләкәй әлгәнйәктең ҡарығыу айы (бирюсю),
•• Кёёк айы — кәкүк айы (кыз.),
•• Сын кёк — ысын йәшеллек айы (бельт.),
•• Хыра айы — һабан эштәре башланыу айы (саг.),
• Май — Силкер — тәбиғәттең уяныу айы,
•• Кічiг iзіг — эҫе әҙ булған ай (кыз.),
•• Пис айы — эт теше үҫемлеге айы (бельт.),
•• Хандых айы — эт теше үҫемлеге айы (бирюс.),
• Июнь — Тос айы — туҙ айы,
•• Улуг ай — оҙон көндәр айы (саг.),
•• Улуг iзіг — ныҡ эҫе ай (саг.),
• Июль — От айы — бесән айы,
• Август — Оргах айы — ураҡ айы,
•• Ас айы — иген айы,
• Сентябрь — Ульгер — Арҡысаҡ йондоҙлоғо ҡалҡҡан ай,
•• Уртюн айы — иген һуғыу айы,
•• Сарыг пюр — һары япраҡ айы(кач.),
•• Чарыс айы — айырыу айы (йәйҙе ҡыштан),
• Октябрь — Кичкер — ҡыҫҡара барған көндәр айы,
•• Кичиг соох — ныҡ һалҡындар булмаған ай (кач.,кыз.),
• Ноябрь — Хырлас — һалҡындар айы,
•• Улуг соох — һыуыҡ ай (кач.,кыз.),
•• Хуртуях айы — ҡарсыҡ айы (бельт.),
•• Кичиг хырлас — еңелсә һыуыҡ шығырлауы айы (бирюс.),
• Декабрь — Алай — үкһеү айы (һыуыҡтарҙан),
•• Кічiг ай — ҡыҫҡа көндәр айы,
•• Улуг хырлас айы — сатлама һыуыҡтар айы (бирюс.).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Әҙәбиәт
- Бутанаев В. Я. Народный календарь хакасов // Рериховские чтения 1984 : Материалы конференции.- Новосибирск, 1985.- С. 326—321.
- Хакасско-русский словарь. Новосибирск. 2006.