Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан)

Халыҡтар дуҫлығы ордены — Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаһы.

Тарих

Башҡортостан Президенты Указы менән 1998 йылда булдырылған[1].

Ордендың беренсе кавалеры — Ханты-Манси автономиялы округы губернаторы Филипенко Александр Васильевич[1][2], уға был награда 2000 йылдың 22 февралендә тапшырыла[2].

Орден статусы

Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнәләр:

  • халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн;
  • Башҡортостан Республикаһының иҡтисадын үҫтереүҙәге юғары ҡаҙаныштар өсөн;
  • Башҡортостан Республикаһының дәүләт төҙөлөшөндә күрһәткән хеҙмәттәр өсөн;
  • фәнде үҫтереүҙә һөҙөмтәле хеҙмәттәр өсөн.

Бүләкләнеүселәр

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар