Халыҡ-ара джаз көнө

Халыҡ-ара джаз көнөЮНЕСКО тарафынан «халыҡ-ара йәмәғәтселектең джаз тураһында мәғлүмәтлелек кимәлен үҫеүен, тыныслыҡҡа, берҙәмлеккә, диалогҡа һәм кешеләр араһында бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итеүсе көс булараҡ» билдәләү өсөн ойошторолған йыл һайын үткәрелеүсе ваҡиға. Был көн Халыҡ-ара джаз көнө генә түгел, джаздың музыкаль йүнәлеш булараҡ мәҙәни әһәмиәтен билдәләй, музыкаль белем биреү һәм йәштәрҙең ижади үҫешенә лә ярҙам итә. Төрлө илдәрҙәге мәктәптәр һәм университеттар оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар һәм семинарҙар ойоштора, унда билдәле джаз музыканттары үҙҙәренең тәжрибәһе һәм белемдәре менән уртаҡлаша. Был тик джаз тураһында белемде таратыуға ғына түгел, шулай уҡ илдәр араһындағы мәҙәни алмашынды ла стимуллаштыра.[1]. Байрам 2012 йылдан башлап[2] 30 апрелдә үткәрелә[3].

Байрам тарихы

Байрам 2012 йылдың ноябрендә ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһында иғлан ителә. Парижда беренсе Йыл һайын үткәрелеүсе халыҡ-ара джаз көнөн ЮНЕСКО-ның Генераль директоры Ирина Бокова һәм ЮНЕСКО-ның Изге ихтыяр Илсеһе Херби Хэнкок аса[4].

2017 йылдың октябрендә ЮНЕСКО рәсми рәүештә Санкт-Петербург (Рәсәй) һәм Сидней (Австралия) ҡалалары 2018 һәм 2019 йылда ҡабул итеүсе ҡалалар итеп тәғәйенләй[5]. Санкт-Петербургта Халыҡ-ара джаз көнөн байрам итеү 2018 йылдың 28-30 апрелендә үтте. Был сарала мәғариф программалары үткәрелә Һәм Мариин театрының Икенсе сәхнәһендә йондоҙҙар концерты була.

Донъяның төрлө ҡитғаларында Халыҡ-ара джаз көнөнә төрлө концерттар һәм фестивалдәрҙән үткәрелә, күргәҙмәләр ойошторола, кинолар күрһәтелә. Мәҫәлән, АҠШ-та был көн йыш ҡына джаз фестивалдәре үткәрелә, унда донъя йондоҙҙары ла, урындағы башҡарыусылар ҙа сығыш яһай. Европала, мәҫәлән, Париж һәм Лондонда, урамда сығыштар һәм төнгө джем-сессиялар үткәрелә, сараға киң аудиторияны йәлеп итә[6].

ЮНЕСКО актив рәүештә джазға бәйле программаларҙы киңәйтеү өҫтөндә эшләй, был үҫешеүсе илдәрҙә музыкаль белем биреү проекттарын яҡлауҙы ла үҙ эсенә ала. Был мәғариф учреждениеларын финанслау, йәш музыканттарға стипендиялар биреү һәм донъя буйынса джаз белем биреү программалары араһындағы халыҡ-ара алмашыу һәм хеҙмәттәшлеккә ярҙам итеү проекттары[7].

Һылтанмалар