Халыҡ-ара калькулятор көнө
Халыҡ-ара калькулятор көнө — иҫтәлекле дата йыл һайын 3 ноябрҙә билдәләнә, калькулятор уйлап сығарылыуға һәм уның фән, техника һәм көндәлек тормоштоң үҫешенә индергән өлөшөнә бағышланған. Иҫтәлекле дата ҡоролманың кеше тормошондағы әһәмиәтен һәм бер нисә быуат дауамында уның иҫәп-хисап яһауҙа ярҙам итеүен иҫкә төшөрә.
Уйлап сығарыу тарихы
Ренессанс дәүере генийы, бөйөк уйлап табыусы Леонардо да Винчи иҫәпләү ҡорамалдары тарихында ла үҙенең эҙен ҡалдырған. Уның төрлө новаторлыҡ уйлап табыуҙарының һүрәттәре яҙылған көндәлектәрендә ғалимдар иҫәпләү машинаһы проекты тураһында яҙмалар таба. Әммә был идеялар, күрәһең, ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалған, һәм практик йәһәттән тормошҡа ашырылмаған.
Беҙгә таныш булған һәм калькуляторҙарға оҡшашыраҡ ҡорамалдар XVII быуатта ғына барлыҡҡа килә. Оҙаҡ ваҡыт беренсе автоматик иҫәпләү ҡорамалын 1643 йылда Блез Паскаль уйлап тапҡан, һәм был ҡоролма "Паскалина" тип аталған тигән фекер йәшәп килә. Әммә һуңынан билдәле булыуынса, 1623 йылда уҡ Вильгельм Шиккард «иҫәпләү сәғәттәре» тип аталған ҡорамал уйлап тапҡан була, һәм ул ҡорамал ябай арифметик операцияларҙы башҡара алған. Шулай ҙа XIX быуат аҙағына тиклем механик иҫәпләү ҡорамалдарын күпләп етештереү мөмкинлеге булмай. Ә инде ХХ быуат уртаһында кешелек тәүге электрон иҫәпләү машиналары менән таныша[1][2].
1960 йылдарҙа электрон калькулятор уйлап сығарылыуы иҫәп-хисаптар өлкәһендә ысын мәғәнәһендә революция яһай. Баштағы ҡорамалдар ҙур һәм ҡыйбат була, әммә ваҡыт үтеү менән улар бәләкәйләнгән, бер үк ваҡытта эшләү тиҙлеге лә артҡан. «Texas Instruments» һәм «Casio» кеүек компаниялар портатив моделдәр булдырыу өҫтөндә әүҙем эшләй. 1970 йылдарҙа калькуляторҙар арзанайғас, халыҡ уларҙы киң ҡуллана башлай. Бөгөн калькуляторҙар күпселек заманса ҡорамалдарға — компьютерҙарҙан һәм телефондарҙан алып сәғәттәргә тиклем ҡуйылған.
Халыҡ-ара калькулятор көнөн билдәләү
Халыҡ-ара калькулятор көнө был ҡорамалдың тарихын, әһәмиәтен һәм тормошобоҙға йоғонтоһон иҫкә төшөрөү мөмкинлеген бирә. Был көндө белем биреү саралары, иҫәпләү технологияларына бағышланған семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Мәктәптәр һәм университеттар ҡайһы берҙә калькулятор ярҙамында мәсьәләләр сисеү конкурстары үткәрә. Техноблогтар һәм социаль селтәрҙәр ҙә был көндә калькуляторҙарҙың тарихы һәм эволюцияһы тураһында ҡыҙыҡлы факттар баҫтыра[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Калькулятор от средневековья и до наших дней. Финкалендарь.
- ↑ Какой праздник сегодня, в России и мире. Star.hit.
- ↑ Международный день калькулятора. Какой день?.