Халыҡ-ара социаль бизнес көнө

Файл:Международный день социального бизнеса 2015.gif
2015 йылғы халыҡ-ара бизнес көнө эмблемаһы

Халыҡ-ара социаль бизнес көнө 2010 йылдан башлап йыл һайын 28 июндә үткәрелә. Ул социаль эшҡыуарҙарҙы, хөкүмәт вәкилдәрен, йәмәғәт ойошмаларын, йәмғиәттәге мәсьәләләргә вайымһыҙ булмаған ябай кешеләрҙе берләштерә[1].

Халыҡ-ара социаль бизнес көнө 28 июндә, Бангладештан социаль эшҡыуар Мөхәммәт Юныстың тыуған көнөндә үткәрелә башлай. Ул 2006 йылда Нобель тыныслыҡ приемияһы ала[2]. Ул Grameen Bank нигеҙ һалыусы һәм етәксеһе, микрофинанслау һәм микрокредитлауҙы беренсе башлап китеүсеһе. Уның һүҙҙәренсә, был ваҡиғаның маҡсаты[3]:

…социаль бизнестың мөмкинселектәрен, маҡсаттарын, хеҙмәтен һәм мәсьәләләрен тикшереүселәрҙе дәртләндереү; буласаҡ социаль кәсепханаларҙың пландары буйынса фекер алышыу; социаль бизнестың киләсәк мөмкинлектәрен өйрәнеү; һәм кешеләрҙе, эшҡыуарҙарҙы, студенттарҙы, фондтарҙы һәм компанияларҙы үҙҙәренең социаль кәсепханаларын асыуға булышлыҡ итергә.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, беренсе Халыҡ-ара социаль бизнес көнө 2010 йылдың 28 июнендә Даккала (Бангладеш), Нью-Йоркта (АҠШ), Токиола, Фукуокала (Япония), Буэнос-Айреста (Аргентина), Висбаденда (Германия) һәм Йоханнесбургта (ЮАР) үткәрелә[4].

Рәсәйҙә РФ Һатыу-итеү һәм етештереү палатаһы башланғысы менән социаль бизнес көнө беренсе тапҡыр 2013 йылда билдәләнә. 28 июндә был сарала 20 регионда 2 меңдән артыҡ кеше ҡатнаша[1][5].

Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, 2015 йылда 28 майҙа үткәреләсәк[6].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Юлия Вяткина. В России во второй раз пройдет Международный день социального бизнеса. Агентство социальной информации (24 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2015. 2016 йылдың 3 октябрь көнөндә архивланған.
  2. Екатерина Кравченко, Михаил Оверченко. Интервью - Мухаммад Юнус, лауреат Нобелевской премии мира. Ведомости (25 сентябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015.
  3. Muhammad Yunus. Social Business and Microfinance: Building Partnerships with Corporations and Other Entities To Speed the End of Poverty (ингл.) 13. Red para el Desarrollo de las Microfinanzas en Chile (июль 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2015. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  4. Social Business Day 2010. Danone Communities (2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2015. 2015 йылдың 22 май көнөндә архивланған.
  5. Международный день социального бизнеса. Фонд "Наше будущее". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2015. 2015 йылдың 3 апрель көнөндә архивланған.
  6. Social Business Day 2015 (ингл.). Social Business Pedia (2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2015. 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған.

Һылтанмалар

Категориялар