Халыҡ-ара спорт журналистары көнө
Халыҡ-ара спорт журналистары көнө — йыл һайын 2 июлдә билдәләнгән һөнәри байрам.
Тарихы
Халыҡ-ара спорт журналистары көнө 1995 йылдан Халыҡ-ара спорт матбуғаты ассоциацияһы инициативаһы буйынса билдәләнә.
Байрам датаһы һайланыуы осраҡлы түгел, сөнки 1924 йылда тап ошо көндә Парижда хәҙерге ваҡытта 150-нән ашыу милли журналистар союздарын берләштергән Халыҡ-ара спорт журналистары ассоциацияһы (АИПС) ойошторола[1].
Байрам итеү үҙенсәлектәре
Был көндә спорт журналистарының милли ассоциациялары тантаналы ултырыштар үткәрә. Күп илдәрҙә спорт өлкәһен яҡтыртҡан киң мәғлүмәт сараларының күп вәкилдәре бүләкләнә. Рәсәйҙә лә был көндә бик күп гәзит-журналдар, телевизион каналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, радиостанцияларҙа иң яҡшы спорт журналистары тәбрикләнә.
Ҡайһы бер баҫмалар 2 июлдә махсус спорт саралары уҙғара, унда журналистар физкультураны, спортты һәм сәләмәт тормош рәүешен һүҙҙә генә түгел, ғәмәлдә лә раҫлай ала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Был мәҡәләне яҡшыртыу өсөн түбәндәгеләр кәрәк:
|