Хамматова Зөһрә Радик ҡыҙы

Викидата элементы тултырылмаған

Хамматова Зөһрә Радик ҡыҙы (20 сентябрь, 1956 йыл) — медицина хеҙмәткәре, фельдшер, «Ҡарағай» шифаханаһының өлкән шәфҡәт туташы, ойоштороу эштәре буйынса директор урынбаҫары. Йәмәғәт эшмәкәре, профсоюз ойшмаһы рәйесе, шифахананың ветерандар советы рәйесе, хеҙмәт ветераны.

Биографияһы

Хамматова Зөһрә Радик ҡыҙы 1956 йылдың 20 сентябрендә Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуа. 1964—1972 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә;

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

1996—2013 йылдарҙа «Ҡарағай» шифаханаһының профсоюз ойшмаһы рәйесе булып эшләй. 2004 йылда «Ҡарағай» шифаханаһында икмәк изделиеларын бешереүҙе, кәзә ҡымыҙын эшләү һәм сығарыу, ҡымыҙ менән даүалау эшен ойоштора. 2013 йылдан «Ҡарағай» шифаханаһының ветерандар советы рәйесевазифаһын башҡара.

Наградалары

Оҙаҡ йылдар эшләгәне, намыҫлы хеҙмәте юғары баһаланды.

Ғаиләһе

Тормош иптәше Хамматов Рафаил Ғабдрахим улы менән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр, өс ейән — ейәнсәре үҫеп килә.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Яндурина. Үҙ эшенең оҫтаһы. — Б.Устьикинское: Мәсетле тормошо, 2011.

Һылтанмалар

Категориялар