Херренкимзе (һарай)
Херренкимзя (нем. Schloss Herrenchiemsee; Херренкимзее тип яҙылған варианттары ла осрай) — Бавария короле II Людвигтың ҡала ситендәге резиденцияһы. Ул Баварияның иң ҙур Кимзе күлендә һуҙылған утрауҙа урынлашҡан. Херренкимзе Мюнхендан көнсығышҡа табан 60 км алыҫлыҡта тора. Херренкимзе — II Людвигтың иң ҡиммәтле һарайы(уны төҙөүгә киткән сығымдар 16,6 миллион марканан артҡан — сағыштырыу өсөн: Линдерхоф һәм Нойшванштайн һарайҙары икеһе бергә 14,7 миллион марканан үтмәй): һарайҙың эсен биҙәү өсөн тик алтын ғына ла 4,5 килограмм тотонолған була.
Людвиг II Херренкимзене үҙенең кумиры булған француз короле Людовик XIV хөрмәтенә Версалға оҡшатып төҙөткән.
Урынлашыуы
Тарих
Файл:Herrenhimzee.jpg
Херренкимзе замогы— «Бавария Версале»
Әле Линдерхофтың төҙөлөшө тамамланмаған көйөнсә 1878 йылдың 21 майында Хероренкимзе һарайының беренсе ташы һалынған Замокты король башта Грасвангталь үҙәнендә төҙөргә булған, уны «Ettal Meicost» анаграммаһы менән атаған. Король планлаштырылған ҡоролманың масштабтары ғәйәт ҙур булғанлығынан бик ныҡ яфа сигә. Линдерхоф һарайының саманан тыш байлығы һоҡландырһа, таң ҡалдырһа, бында башҡарылған эштәр Линдерхофтыҡына ҡарағанда күп тапҡырға өҫтөн тора һәм күп эшсе көсөн, финанс сығымдарын талап итә.
1803 йылда утрау сиркәүҙән конфискацияланғас, уның хужлары бер нисә була, ахырҙа 1873 йылдың сентябрендәә уны Людвиг һатып ала. Бер йыл үткәс, король үҙенең Францияға сәфәре ваҡытында Версалде бик ентекле итеп ҡарай. Һарай проектын эшләү һәм төҙөлөш йылдам темптарҙа бара. Беренсе булып Яңы замокка королдең тәүге сәфәре 1881 йылда була. Король үлгән мәлдә һарайҙың 70 бүлмәһенең 50 бүлмәһе бер нимәһеҙ буш тора.
Король Людвиг төҙөлөш барышында архитекторҙарға: «күсереп түгел, ә Людовик XIV рухында төҙөгөҙ», -тип яҙған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Монастырь Херренкимзе
- Дворец Шлайсхайм
- Дворец Нимфенбург
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 archINFORM (нем.) — 1994.
Һылтанмалар
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |