Храмов
Храмов — фамилия. Ҡатын-ҡыҙҙы белдергәндә Храмова варианты ҡулланыла.
- Храмов Андрей Михайлович (1981) — Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, спорт ориентирлашыуы буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы. Армияның үҙәк спорт клубының спорт ориентирлашыуы буйынса инструкторы, капитан дәрәжәһен йөрөтә. Бөтә Рәсәй категорияһы судьяһы. Ярыштарҙа Новгород өлкәһе өсөн сығыш яһай.
- Храмов Алексей Васильевич (1909—1978) — рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1974) һәм Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1969). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).