Хәбибуллина Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы
Хәбибуллина Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы (рус. Хабибуллина Айгуль Рафкатовна; 1973 йылдың 4 ноябре, Ишембай, Башҡорт АССР-ы) — этнограф, тарих фәндәре докторы, доцент. 2016 йылдан Өфөнөң 2-се санатор мәктәп-интернаты директоры[1][2].
Биографияһы
Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы Хәбибуллина 1973 йылдың 4 ноябрендә Ишембай ҡалаһында тыуған[3].
1995 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих, 2011 йылда иҡтисад факультетын тамамлай. 1999 йылда кандидатлыҡ, 2010 йылда «Историко-культурные центры как форма оптимизации этнической идентичности и межэтнических коммуникаций в Республике Башкортостан» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2004 йылда доцент ғилми исемен ала[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
1999 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. 2006 йылдан университет ҡарамағындағы Башҡортостан эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге академияһының гуманитар дисциплиналар кафедраһы, һуңынан Идара итеү һәм эшҡыуарлыҡ хәүефһеҙлеге институтының төбәктәрҙе өйрәнеү кафедраһы мөдире вазифаларын башҡара[1].
2001 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығында эшләй. 2010 йылда мәғлүмәт-аналитика бүлеген, 2011 йылда милли мәҙәниәттәрҙе үҫтереү һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеген етәкләй[1].
2014–2016 йылдарҙа Республика иҡтисад лицей-интернаты директоры була. 2016 йылдан Өфөнөң 2-се санаторий мәктәп-интернатын етәкләй[1].
Ғилми эшмәкәрлеге
Тикшеренеүҙәре башҡорттарҙың традицион матди һәм рухи мәҙәниәтенә, милли аш-һыуына, Урал-Волга буйы халыҡтары мәҙәниәтенә һәм милләт-ара мөнәсәбәттәргә арналған[2].
«Вестник БИСТ» журналының редакцион советы ағзаһы. Журнал мәғлүмәттәре буйынса, 130 фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән ете монография авторы[2].
Ғилми хеҙмәттәре
- Традиционная башкирская кухня. — Уфа: РИЦ БашГУ, 1998. — 128 с.
- Этнографический музей Башгосуниверситета. — Уфа: Демиург, 2006. — 24 с.
- Башкирская кухня. — Уфа: Китап, 2008. — 346 с.
- Историко-культурные центры Башкортостана. — Уфа, 2009. — 112 с.
- Историко-культурные центры Республики Башкортостан: этническая идентичность и межэтническое взаимодействие на примере региона. — Берлин, 2011. — 345 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының грамотаһы (2007)[2].
- Халыҡ-ара славян яҙмаһы фондының дипломы (2009)[2].
- II дәрәжә «За заслуги перед Отечеством и казачеством» ордены (2011)[2].
- Башҡортостан Республикаһының почёт грамотаһы (2011)[2].
- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының почёт грамотаһы (2011)[2].
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2019)[2].
- Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының почёт грамотаһы[2].
- Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының почёт грамотаһы (2023)[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Хабибуллина Айгуль Рафкатовна. Сетевая энциклопедия «Известные учёные». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 Редакционный совет. Вестник БИСТ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2026.
- ↑ Памятные даты Ишимбая: 45 лет назад. Восход (22 июнь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2026.