Хәйретдин Ҡараджа
Биографияһы
1922 йылдың 4 апрелендә тыуа. Ата-әсәһе килеп сығышы буйынса — ҡырым татарҙары. Мәктәпте тамамлағас, ғаиләһенең туҡыу фабрикаһына эшкә урынлаша, һәм туҡыу бизнесы менән шөғөлләнә башлай. Ҡараджа, тере тәбиғәт менән бик ныҡ ҡыҙыҡһыныуына ҡарамаҫтан, Төркиәлә уңышлы эшҡыуарҙарының береһе булып китә. 1950-се йылдарҙа тере тәбиғәт менән ҡыҙыҡһына башлай һәм төрлө ботаника баҡсаларына йөрөй. 1970-се йылдарҙа ул Төркиә буйлап сәйәхәттәр ҡыла һәм Төркиә тәбиғәтенең насарая барыуы тураһында уйлана: уны тупраҡ эрозияһы һәм тупраҡҡа ғәйәт күп ашлама индерелеүе һәм ауыл хужалығы ерҙәрен булдырыу өсөн урмандарҙың аяуһыҙ ҡырҡылыуы, шулай уҡ тупраҡҡа һыуҙың күп һибелеүе һәм сәбәпһеҙ рәүештә күп итеп пестицидтар ҡулланылыуы борсой.
1980 йылда Ҡараджаның аҡсаһына Ялова ҡалаһында ботаника баҡсаһы асыла, унда ағастарҙың 14 мең төрө һәм яҡынса 3800 мең төр үҫемлек үҫә. 1992 йылда Нихот Гёкыйгыт менән бергә TEMA (Türkiye Erozyonla Mücadele Ağaçlandırma ve Doğal Varlıkları Koruma Vakfı — Төрөк Эрозия менән көрәш, йәшелләндереү һәм тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау йәмғиәте)[4] ассоциацияһына нигеҙ һала, уның маҡсаты — экология проблемаларына иғтибар йәлеп итеү, ауыл ерендә тере тәбиғәтте, биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм урмандарҙы тергеҙеү. TEMA ассоциацияһының тырышлыҡтары менән 10 миллионға яҡын төрлө ағас, үҫемлектәр ултыртыла.
Ассоциация БМО-ның 1994 йылда ерҙе сүллеккә әйләндереүгә ҡаршы көрәш тураһында ҡабул иткән Конвенцияһын Төркиәнең ратификациялауына өлгәшә, шулай уҡ тәбиғәтте һаҡлау тураһындағы ҡануниәтте ҡатыландырыу өсөн 1 миллиондан ашыу ҡултамға йыя. Хәҙер 450 мең кеше ассоциация ағзаһы булып тора (кәм тигәндә 45 меңдән ашыу бала тәбиғәтте һаҡлау тураһындағы дәрестәрендә ҡатнаша). 2010 йылда Kozak шахта компанияһы, ауыл халҡын алтын приискыларын төҙөүгә ҡаршы сығыш яһауға ылыҡтырғаны өсөн, Ҡараджаны судҡа бирә. Суд Ҡараджаны производство процесына зыян килтереүҙә ғәйепләй[5].
2012 йылда Ҡараджа арыу-талыуҙы белмәй тәбиғәтте һаҡлағаны, әүҙемлеге һәм булдыҡлылығы өсөн Right Livelihood Award премияһы лауреаты була.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Bibliothèque nationale de France Autorités BnF (фр.): асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
- ↑ Hayrettin Karaca // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ Prominent Turkish environmentalist Hayrettin Karaca dies at age 97
- ↑ Крымский татарин стал лауреатом премии за достойный образ жизни(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ 90-летнему лауреату альтернативной «нобелевки» грозит тюрьма (рус.)
Һылтанмалар
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |