Цакона күпере
Күперҙе төҙөү
Аркалы күперҙең оҙонлоғо 490 метрға барып етә[1]. Был күпер Парадезия — Цакона и Триполис — Каламата транпорт йүнәлешен төҙөү сылбырында иң һуңғы эш булып тора. Төҙөлөштө Греция Хөкүмәте булышлығы менән консорциум «Мореас» башҡарған. Күпер проектының авторы архитектор Никодс Донас булған, ул уны «Ҡыйыулыҡ» тип атаған. Харилаос Трикупис күперенән һуң Цакона аркалы күпере Грецияла иң ҡатмарлы инженер проектарының береһе тип иҫәпләнгән.Төҙөлөш барышында барлыҡҡа килгән проблемаларға бәйле проект хаҡы 94 миллиондан 131,4 миллион евроға тиклем артҡан[4].
Күпер өс урында тотола: күперҙең ике яҡ осонда һәм күпер бағанаһы янында, шул уҡ ваҡытта тап ошо күпер бағанаһы янындағы терәлеү нөктәһе иң мөһиме булып тора — ул күперҙең стабиллеген тәьмин итә. Күперҙең аркаһы тап бағанан башлана һәм 30 метр бейеклеккә барып етә. Күперҙең ике яғындағы ике арканы күперҙең металлик өлөшө тота, уның өҫтөндә автомобиль юлы һалынған[5]. Күпер үҙе түләүле булып тора. Күперҙе төҙөү 2008 йылдан 2016 йылға тиклем дауам иткән[1]: фактик рәүештә — 2016 йылдың ғинуарында, рәсми рәүештә — 2016 йылдың 28 февралендә асылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Tsakona Bridge Τ4 Domi S.A.
- ↑ One of the World's Largest Arch Bridges Built in Greece, By Ioanna Zikakou, Aug 30, 2014, GreekReporter.com
- ↑ Tsakona Bridge 2nd Largest in Greece to Open Shortly, By Toni Aravadinos, Dec 17, 2015, GreekReporter.com
- ↑ Εντυπωσιάζει η γέφυρα της Τσακώνας | Ελλάδα | Η ΚΑΘΗΜΕΡΙΝΗ
- ↑ Αυτοκινητόδρομος Μορέας: Στο τελικό στάδιο η μεταλλική γέφυρα στην Τσακώνα (грек). Архивировано из оригинала 4 сентябрь 2014 года. 2014 йылдың 4 сентябрь көнөндә архивланған.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |