Цветаевтарҙың йорт-музейы (Ново-Талицы)

Цветаевтар ғаиләһенең йорт-музейы — урыҫ мәҙәниәтенә бер нисә билдәле эшмәкәрҙәр биргән ғаиләнең йорт-музейы. Ново-Талицы ауылында урынлашҡан.

Архитектураһы

Музей буралған ағас йортта урынлашҡан, бында 1853 йылдан алып 75 йыл дауамында Цветаевтар ғаиләһенең өс быуыны йәшәгән.

Музей

Цветаев Владимир Васильевич (1819—1884) — дин әһеле, Марина Ивановна Цветаеваның олатаһы, Талицаға ғаиләһе менән күсеп килә һәм Виргуза йылғаһы ярындағы мәхәллә йортонда төпләнә. Уның балалары — Петр, Иван, Федор һәм Дмитрий — Рәсәй мәҙәниәтенә ҙур өлөш индерәләр. Уларҙың иң билдәлеһе — Иван Владимирович — Александр III исемендәге нәфис сәнғәт музейына нигеҙ һалыусы һәм идея яғынан рухландырыусы (хәҙер ул А. С. Пушкин исемендәге дәүләт һынлы сәнғәт музейы).

Цветаевтар вафат булғандан һуң йорт национализациялана, ә һуңынан шәхси ҡулға тапшырыла.

1988 йылда йортто дәүләт элекке хужаһынан музей төҙөү өсөн һатып ала. Унда реставрация башлана. Бер үк ваҡытта экспозиция материалдары йыйыу буйынса эштәр бара. 1995 йылдың 18 майында, Халыҡ-ара музейҙар көнөндә, йорт-музей килеүселәр өсөн үҙенең ишектәрен аса.

Музей экспозицияһы төп нөсхә экспонаттарҙан тупланған: шәхси әйберҙәре, китаптары, фотолары, шулай уҡ көнкүреш әйберҙәре һәм ғаилә ҡомартҡылары йыйылған, улар Цветаевтарҙың тормошо, ғәҙәттәре һәм мауығыуҙары менән танышырға, уларҙың Ватан алдындағы хеҙмәте хаҡында белергә мөмкинлек бирәләр.

Йорт-музейҙың мансардаһында уҡыу залы эшләй, унда Көмөш быуат шағирҙары һәм яҙыусыларының 3000-дән ашыу том әҫәрҙәре тупланған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

undefined
  • Музей Марины Цветаевой (Москва)
  • Музей семьи Цветаевых (Таруса)

Һылтанмалар

  1. Решение Ивановского облисполкома № 340 от 05.08.1987

Категориялар