Целе
Целе (слов.Celje; нем.Cilli) — Словениялағы ҡала, ҙурлығы буйынса илдә өсөнсө тораҡ пункт. Тарихи Түбәнге Штирия өлкәһенең өлөшө булып тора. Целе ҡала округының (общинаһының) административ үҙәге.
Дөйөм мәғлүмәттәр
Целе Савиня, Ложница һәм Воглайна йылғаларының ҡушылған урынында, боронғо Цельсий замогы урынлашҡан ҡалҡыулыҡ итәгендә ята. Ҡала тарихҡа Целе графлығының (XIV—XV быуаттарҙа) үҙәге булараҡ ингән, ул урта быуат дәүерендә берҙән-бер бойондороҡһоҙ этник словен дәүләте булған. «Өс йондоҙ» — Целе ҡалаһында графтар символы — хәҙерге Словенияның дәүләт гербының бер элементына әүерелә.
Халҡы
2012 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡала халҡы 37584 кеше тәшкил итә; 2002 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса община халҡы 48 081 кеше тәшкил иткән. 1991 йылда словенлылар ҡала халҡының 82,1 процентын, сербтар — 4,6 % , хорваттар — 4,1 % тәшкил итә.
Общинаның халҡы динамикаһы:
| Йыл | 1924 | 1940 | 1995 | 2002 | 2007 | 2010 |
|---|---|---|---|---|---|---|
| Халҡы | 7750 | 20 000 | 40 710 | 48 081 | 45 826 | 50 039 |
Тарихы
Икенсе донъя һуғышы йылдарында 1945 йылда 181-се немец пехота дивизияһы Целе ҡалаһына ҡыҫырыҡлап индерелә, унда Югославия ғәскәрҙәре алдында капитуляция яһай[5].
Спорты
Целе ҡалаһында футбол клубы урынлашҡан
Туғандаш ҡалалар
Гревенброх, Германия
Зинген, Германия
Славонски-Брод, Хорватия
Будва, Черногория
Череповец, Рәсәй
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Prebivalstvo - izbrani kazalniki, naselja, Slovenija, letno — Statistical Office of the Republic of Slovenia.
- ↑ http://pop-stat.mashke.org/slovenia-cities.htm
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Registry of Cultural Heritage of Slovenia — Ministry of Culture.
- ↑ Georg Tessin: und Truppen Verbände Waffen Deutschen Wehrmacht und der-SS Zweiten Weltkrieg im 1939-1945. Band Siebenter. Die 131-200 Landstreitkräfte. Biblio-Verlag, 1973 Osnabrück, ISBN 3-7648-0872-1, 207 S..
Әҙәбиәт
- Georg Tessin: Verbände und Truppen der Deutschen Wehrmacht und Waffen-SS im Zweiten Weltkrieg 1939—1945. Siebenter Band. Die Landstreitkräfte 131—200. Biblio-Verlag, Osnabrück 1973, ISBN 3-7648-0872-1, S. 207—211.
Һылтанмалар
Целе: тематические медиафайлы на Викискладе- Официальный сайт общины (словенск.)