Чаткыч Омер

Чаткыч Омер (тур. Ömer Çatkıç ; 15 октябрь 1974, Эскишехир, Төркиә) — төрөк футболсыһы[2], ҡапҡасы. Төркиә йыйылма командаһы составында Донъя Чемпионаты −2002 һәм Конфедерациялар Кубогы-2003 турнирҙарының бронза призеры.

Клуб карьераһы

Омер Чаткычтың барлыҡ профессиональ футбол карьераһы төрөк клубтарында үтә. Ул футбол менән 1992 йылда «Эскишехирспор» клубында шөғөлләнә башлай. 1998 йылдан 2004 йылға тиклем футболсы «Газиантепспор» клубында уйнап килә. Омер Чаткыч артабан «Генчлербирлиги» клубы составында дүрт йыл дауамында уйнап тора, шунан һуң инде Газиантеп ҡалаһы клубында уйнап сыҡҡандан һуң, Бурса ҡалаһының «Бурсаспор» клубына уйнарға ҡайта. Омер Чаткыч 2008 йылдан алып Төркиәнең «Антальяспор» клубы уйынсыһы.

Милли йыйылма командала уйнауы

Төркиә милли йыйылма командаһында Омер Чаткыч 1999 — 2005 йылдарҙа уйнай, ошо осор эсендә ул 19 матчта ҡатнаша, башлыса йыйылма команданың запас ҡапҡасыһы булып тора. Омер Чаткыч был вазифала торған саҡта төп голкипер вазифаһын башҡарыуҙа бары тик легендар Речбер Рюштюнан ғына уҙа алмай килә. Төркиә милли йыйылма командаһына Омер Чаткыч халыҡ-ара турнирҙарҙа ҡатнашыу өсөн саҡырылған була, ул Евро-2000, шулай уҡ Донъя чемпионаты - 2002 һәм 2003 йылғы Конфедерациялар Кубогында ҡатнаша, шуларҙа футбол ҡапҡасыһы ике матчта уйнай һәм ике тапҡыр туп үткәрә.

Ҡаҙаныштары

  • Төркиә флагы Төркиә
    • Европа чемпионаты-2000-дә сирек финалға етә
    • 2002 йылғы Донъя чемпионатының бронза призеры
    • 2003 йылғы Конфедерациялар Кубогының бронза призеры

Иҫкәрмә

  1. Ömer Catkic // Transfermarkt (билдәһеҙ) — 2000.
  2. ÖMER ÇATKIÇ. ТФФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2010. Архивировано 20 апрель 2012 года.

Һылтанмалар

  • Профиль на сайте National Football Teams (англ.)