Чешмә

Чешмә[5] (төр. Çeşme) — Төркиә тораҡ пункты, Измирҙан 80 километр алыҫлыҡта көнбайышта, шул уҡ исемдәге ярымутрауҙа һәм Хиос грек утрауы ҡаршыһында урынлашҡан.

Тарихы

Элегерәк бында грек ҡалаһы Крини (бор.грек. Κρήνη) урынлашҡан.

1770 йылдың июнендәге Чесма диңгеҙ алышы менән билдәле, Рәсәй Урта диңгеҙ эскадраһы бында тупланған төрөк флотын юҡ итә. Был еңеү хөрмәтенә Рәсәйҙең бер нисә объекты «Чесма» тип атала, шул иҫәптән ғәҙәти булмаған архитектураһы менән данлыҡлы Чесма сиркәүе.

1922 йылда халыҡ һаны 17 мең кеше тәшкил итә, башлыса гректар.

Хәҙерге торошо

Чешмә — Эгей диңгеҙендәге курорттарҙың береһе. Чешмә Төркиәнең иң көнбайышында, Измир ҡалаһынан 80 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Бында термаль сығанаҡтары күп, уларҙың һыуы туранан-тура курорт ҡунаҡханаларына инә.

Чешмәлә иң популяр пляж — Алтынҡом, ҡаланың үҙенән 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Милли составы: гректар - 72 процент., төрөктәр - 28 процент.

Һылтанмалар