Чжуцзян
Гидрография
Оҙонлоғо яҡынса 2200 км. Оҙонлоғо буйынса Ҡытайҙа Янцзы һәм Хуанхэнан һуң өсөнсө, ә һыу күләме буйынса Янцзынан ҡала килә икенсе урынды биләй. Бассейн майҙаны 437 000 км².
Чжуцзян йылғаһы Сицзян («көнбайыш йылға»), Дунцзян («көнсығыш йылға») һәм Бэйцзян («төньяҡ йылға») йылғалары ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Көньяҡ Ҡытай диңгеҙенә ҡойған урында, Гуанчжоуҙан көньяҡтараҡ киң дельта барлыҡҡа килтерә. Дельта яр буйында Фошань, Чжуншань, Шэньчжэнь, Чжухай, ә эстуарийында — Макао һәм Гонконг ҡалалары урынлашҡан.
Гуандун провинцияһында йылға аша 3618 м оҙонлоғондағы аҫылмалы Хумэнь күпере һалынған. Чжуцзян йылғаһында ынйы кәсебе үҫешкән.
Океан караптары үтһен өсөн йылға эстуарийын даими рәүештә таҙарталар[3].
Ынйы йылғаһы — донъяның иң бысраҡ һыу юлдарының береһе[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Кантонская река // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Си-цзян // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ China starts building world's longest sea bridge. The Telegraph. By Peter Foster, Beijing, 15 Dec 2009
- ↑ Made in Britain, dumped in China 2008 йылдың 12 апрель көнөндә архивланған., The Independent
Һылтанмалар
- Чжуцзян в БСЭ(недоступная ссылка)
- Ивановский А. О. Си-цзян // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Был — гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ