Шаимова Маһинур Әйүп ҡыҙы
Биографияһы
Маһинур Әйүп ҡыҙы Шаимова 1905 йылдың 14 июнендә тарихи Башҡортостандың Ырымбур губернаһына ҡараған Биҡҡол ауылында (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) тыуған.
Был ерҙә ҡаратабын һәм әй ырыуы башҡорттары бик борондан йәшәгән. Тарихҡа инеп ҡалған шәхестәрҙең береһе — Ҡаратабын улусы старшинаһы тархан Таймаҫ Шаимов. 1730 йылда ул императрица Анна Иоанновна һарайында ҡабул ителгән.
Тормош юлы һәм ижады
Тыуған ауылы Бикҡолда башланғыс белемгә эйә булған.
Бала сағынан мөкиббән китеп халыҡ ижадын өйрәнгән. Өләсәләренән, яҡын кешеләренән башҡорт халыҡ йырҙарын отҡан, һәр йырҙың тарихын яттан белгән.
Бәйет һәм мөнәжәттәр башҡарыу оҫтаһы.
Маһинур Әйүп ҡыҙын ауыл туйҙарына сеңләүҙәр башҡарырға саҡырылған.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалендә ҡатнашҡан
Сығанаҡтар
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
- Маһинур Әйүп ҡыҙы/ Шаимова Маһинур Әйүп ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Арғаяш районы
- Көньяҡ Урал панорамаһы. Силәбе өлкә хөкүмәте баҫмаһы.