Шалом (гәзит)
Шалом (Şalom) (йәһ. שָׁלוֹם "тыныслыҡ") — Төркиәлә сыҡҡан йәһүд аҙналыҡ гәзите. Уның төрөксә Şalom тип аталышы йәһүд телендәге шалом (йәһ. שָׁלוֹם) һүҙенән алынған.
Гәзит төрөк-йәһүд журналисы Аврам Лейон тарафынан 1947 йылдың 29 октябрендә ойошторолған. Стамбулда нәшер ителә.
Гәзит төрөк телендә һәм бер бите ҡушымта булып ладино телендә сыға.
Гәзиттең баш мөхәррире — Яҡуп Барокас. Тиражы 5 000 дана.
Һылтанмалар
- «Şalom» гәзите төрөк телендә.
- «Şalom» гәзите ладино телендә. 2008 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |