Шаһиншаһ

Шаһиншаһ йәки шаханшаһ[1] (бор. фарсы 𐎧𐏁𐎠𐎹𐎰𐎡𐎹 𐏐 𐎧𐏁𐎠𐎹𐎰𐎡𐎹𐎴𐎠𐎶 xšāyaθiya xšāyaθiyānām, пехл. šāhān šāh, фарсы شاهنشاه‎, [shāhanshāh] «батшаларҙың батшаһы») — боронғо фарсы (мидий сығышлы, Әһәмәниҙәр үҙләштергән), һуңыраҡ яҡынса европа император титулына тап килгән иран монархия титулы. Титуллау — Император Ғәли йәнәптәре.

Тасуирламаһы

Титул тәүге тапҡыр Сәсәниҙәр династияһы Иран хакимдары тарафынан ҡабул ителә, ләкин ул Әһәмәниҙәр «xšāyaθiya xšāyaθiyānām» заманына барып тоташа, шуның өсөн Иранда Әһәмәни батшаһы Бөйөк Кир II-не беренсе шаһ тип атайҙар. Әһәмәниҙәр һәм Сәсәниҙәрҙән тыш, б.э.т. II быуаттан башлап «батшаларҙың батшаһы» титулын Аршакидтар династияһынан Парфия идарасылары йөрөткән[2].

Дөйөм алғанда, титулды, ҡайһы бер өҙөклөктәр менән, 2500 йыл дауамында файҙаланғандар. Ирандың һуңғы шаһаншаһы 1979 йылда ислам революцияһы ваҡытында ҡолатылған Мөхәммәт Риза Пәхләүи була. Мөхәммәт Риза Пәхләүиҙең улын Иран монархистары законлы шаһиншаһ тип һанай.

Рус телендәге әҙәбиәттә, һүҙ Фарсы иле хаҡында барһа, шаһиншаһ титулы, ғәҙәттә, «батшаларҙың батшаһы» тип тәржемә ителә, бөгөнгө Иран тураһында һүҙ барғанда, тәржемә ителмәй.

Сәсәниҙәрҙе еңгәндән һуң, византия императоры Ираклий I шундай уҡ мәғәнәгә эйә — Басилевс Басилеон — грек титулын ҡабул иткән.

Әһәмәниҙәрҙән һуң титул йөрөткән династиялар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Фарсы батшалары

Иҫкәрмәләр

  1. Вариант «шаханшах» ближе к оригиналу, но используется редко, большей частью в специальной литературе. Общие же словари знают только форму «шахиншах», см. [1] 2007 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған..
  2. Fowler R. ‘Most Fortunate Roots’: Tradition and Legitimacy in Parthian Royal Ideology // Imaginary Kings. Royal Images in the Ancient Near East, Greece and Rome / Ed. by O. Hekster, R. Fowler. Stuttgart, 2005. P. 142
  3. Armenia — энциклопедии Британника

  4. Georgia in the XI—XII centuries = საქართველო XI—XII საუკუნეებში / Mariam Lortkipanidze ; Editor: George B.Hewitt

  5. претендовали до 1943

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә