Шеин һәйкәле

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
А.С.Шеин һәйкәле
Файл:Азов, памятник А.С.Шеину.JPG
Ил Рәсәй
Ҡала Ростов өлкәһе, Аҙау ҡалаһы
Скульптор В. П. Мокроусов
Төҙөлөшө ???—2009 йылдар

Шеин һәйкәле — Ростов өлкәһенең Аҙау ҡалаһында ҡуйылған урыҫ дәүләт һәм хәрби эшмәкәр, баяр (1695 йылдан алып), беренсе урыҫ генералиссимусы (1696) Шеин Алексей Семёновичтың скульптураһы. Алексей Шеин Ҡырым походында ҡатнаша һәм батша бойороғо буйынса стрелецтар болаһын баҫтыра. Аҙау өсөн һуғыштарҙа полководец иң юғара хәрби дәрәжә ала. Һәйкәл 2009 йылдың 12 июнендә асыла. Проекттың авторҙары Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы М. А. Лушников; Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, Рәсәйҙең Художество академияһының ағза-корреспонденты В. П. Мокроусов.

Урынлашҡан ере: Аҙау ҡалаһының тарихи үҙәге, Московская урамындағы 23-сө йорт эргәһендә.

Һәйкәл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009 йылдың 12 июнендә Ростов өлкәһенең Аҙау ҡалаһында беренсе урыҫ генералиссимусы, Бөйөк Петрҙың арҡазашы, баяр Алексей Семёнович Шеинға (1652—1700) һәйкәл асыла. Хәрби эшмәкәрҙең бронза һыны Аҙау ҡалаһының тарихи үҙәгендә музей ҡаршыһында постаментҡа ҡуйылған. А. Шеин бер ҡулына ҡылыс тотоп, бер аяғын нығытма ташына терәп баҫып торған итеп һүрәтләнгән. Һәйкәлдең постамент менән бергә бейеклеге яҡынса 5 метр.

Петрҙың Аҙауҙағы һәйкәле, Аҙау нығытмаһы һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән бергә ул, Рәсәй дәүләте һәм Аҙау йылъяҙмаһы биттәрен хәтерләтеп тороусы тарихи комплекс барлыҡҡа килтерә. Һәйкәлдәге яҙыу: Алексей Семенович Шеин беренсе Рәсәй генералиссимусы (1652—1700). Бронза һын Аҙау ҡалаһының тарихи үҙәгендә, Ковалёв Йорто һәм Сауҙа Рәттәренең 2-се корпусы араһында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1695 һәм 1696 йылдарҙа Петр I Аҙау походы — Рәсәйҙең Ғосман империяһына ҡаршы хәрби кампанияһын ойоштора. 1696 йылдағы Аҙау походында А. С. Шеин урыҫ ғәскәрҙәре менән етәкселек итә. Һуғыш һөҙөмтәһендә Аҙау гарнизоны һәм Дондың төньяҡ тармағы тамағында урынлашҡан Лютих нығытмаһы урыҫ ғәскәрҙәренә бирелә. Воевода Шеин икенсе Аҙау походындағы данлы эштәре өсөн беренсе урыҫ генералиссимусы булып китә. Аҙауҙы алыу Рәсәйҙең XVII быуатта Ғосман империяһына ҡаршы һуғыштарҙа беренсе ҙур еңеүе була. Был урыҫтарҙың ҙур стратегик уңышы 1700 йылда Константинополь тыныслыҡ тураһындағы килешеү менән нығытыла. Аҙау Төркиә империяһы ынтылыштарының төньяҡ-көнсығыш терәге булыуҙан туҡтай, Рәсәйҙең көньяғында Аҙау диңгеҙенә юл асыла. Уңышлы походтар һөҙөмтәһендә Рәсәй Аҙауҙы уға яҡын ятҡан территориялар һәм яңы төҙөлгән нығытмалар (Таганрог, Павловск, Миус) менән бергә ала, Ҡырым ханына йыл һайын яһаҡ түләүҙән туҡтай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Генералиссимус Шеин вернулся в Азов (памятник Шеину) //Азовская неделя. — 2009. — № 24 (18 июня). — С.1

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]