Шехзаде мәсете
Шеһзадә мәсете (төр. Şehzade Camii), Шеһзадәбашы (төр. Şehzadebaşı Camii) йәки Шеһзадә Меһмәт джами (төр. Şehzade Mehmet Camii) — Истанбулдың Европа өлөшө Фатих районы Шеһзадәбашы микрорайонында урынлашҡан мәсет.
1543 йылда Бөйөк Сөләймән солтандың улы Шеһзадә Меһмәд (төр. şehzade — принц, вариҫ) вафат булғас, архитектор Синан Истанбулда 1543—1548 йылдарҙа уның хөрмәтенә мәсет төҙөй.