Шивелуч
Шивелуч | |
---|---|
![]() Вулкандың йыһандан төшөрөлгән күренеше (10 июль, 2007 й.).NASA фотоһүрәте | |
Тасуирлама | |
Вулкан формаһы | Стратовулкан |
Барлыҡҡа килгән осоро | 60-70 мең йыл |
Һуңғы атылыу | 2023 йылдың 11 апреле |
Иң бейек нөктәһе | |
Абсолют бейеклеге | 3283[1] м |
Сағыштырмаса бейеклеге | 3168 метр |
Урынлашыуы | |
56°39′13″ с. ш. 161°21′47″ в. д.HGЯO | |
Тау системаһы | Көнсығыш һырты |
Тау һырты йәки массив | Восточный хребет[d] |
![]() |
Шиве́луч[2] (Шивелу́ч[3], Шевелюч[4]) — Камчатка ярымутрауының Көнсығыш һыртындағы ғәмәлдәге вулкан. Камчатканың иң төньяҡ вулканы. Шивелучтан Петропавловск-Камчатка ҡалаһына тиклем ара — 440 км, Ключи ҡасабаһына тиклем — 47 км, Крутоберегово ҡасабаһына — 98 км, Усть-Камчатскиға — 87 км.
Вулкан нигеҙенең диаметры — 45-50 км, дөйөм майҙаны 1300 км² тирәһе тәшкил итә[5]. Составына (андезиттар һәм базальттарҙан торған) Старый Шивелуч стратовулканы, һәм диаметры 9 км һөҙәклеге — кальдераһы һәм эҫе лава һәм газ-көл атылдырыусы әүҙем вулкан кратерынан торған Молодой Шивелуч инә. Вулкн бейеклеге 3283 м, әүҙем өлөшөнөң юғары нөктәһе — диңгеҙ кимәленән 2800 м [5]. Йәше — 60-70 мең йыл.
Шивелуч вулканының аҫҡы битләүҙәре 750 метр бейеклеккә тиклем таш ҡайын урмандары һәм кедрлы ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланған, өҫтәрәк болондар, түбәһенә яҡыныраҡ үҫемлек үҫмәгән лавалы-көллө өҫкө йөҙө урынлашҡан.
Атылыуы
Билдәле атылыуҙары: 1790, 1854, 1879—1883, 1896—1898, 1905, 1927—1929, 1944—1950, 1964, 1980—1981, 1993—1995, 2001—2003, 2008—2016 йылдарҙа күҙәтелгән.
2004-2005 йылдарҙағы атылыу һөҙөмтәһендә вулкандың бейеклеге 115 метрға кәмей. Һуңғы иң көслө атылыуҙарҙың береһе 1964 йылдың 12 ноябрендә була, ул саҡта вулкан көл бағанаһын 15 километр бейеклеккә ырғыта, ә батҡаҡ һәм вулкан тоҡомо ҡалдыҡтары ағымы 20 километр юл үтә. 1964 йылда вулкан көлөн Камчатка ярымутрауы аша Беринг утрауы йүнәлешендә ел күсерә.
2008 йылдың 14 сентябрендә вулкандың әүҙемлеге көсәйә, уның көмбәҙенең бер өлөшө емерелеп төшә, 2009 йылдың майында вулкан көмбәҙендә 30 метр тәрәнлектәге ярыҡ барлыҡҡа килә[6]. Рәсәй фәндәр академияһы геофизика хеҙмәтенең Камчатка филиалы сейсмик һәм вулкан әүҙемлеген тикшереү лабораторияһы мәғлүмәттәре буйынса, 2011 йылдың 15 октябрендә диңгеҙ кимәленән газ-көл сығарыу бейеклеге 10,5 км тәшкил итә, 0,3 мкм/с тиклем «өҙөк-өҙөк спазматик вулкан ҡалтырауы» күҙәтелә. 2012 йылдың 18 апрелендә Шивелуч диңгеҙ кимәленән 6,5 км бейеклеккә көл һәм газ бағанаһын ырғыта.
2013 йылдың 27 июнендә иртән иртүк Шивелуч диңгеҙ кимәленән 10 саҡрымға тиклем көл бағанаһы сығара, ә Шивелуч янартауынан 47 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Ключи ҡасабаһында көл яуыуы, ҡасаба урамдарына 1 миллиметрға тиклем ҡалынлыҡтағы ерән көл туҙа[7], 18 октябрҙә Ключёвская сопка янартауы артынан Шивелуч 7600 метр бейеклектәге көл бағанаһы ырғыта[8]. 2014 йылдың 7 февралендә 11 километрҙан ашыу бейеклектәге көл бағанаһын быраҡтыра. 2014 йылдың 13 майында янартау 7 километрҙан алып 10 километр бейеклеккә тиклем өс бағана көл ырғыта[9]. 2016 йылдың 10 ғинуарында янартау көл бағанаһын 7 саҡрым бейеклеккә осора[10]. Һуңғы урғылыу 2016 йылдың 29 ғинуарында була[11]. Вулкан 10 километр оҙонлоғондағы көл бағанаһын ырғыта. 2017 йылдың 24 февралендә янартау 5 саҡрым бейеклеккә көл бағанаһын осора[12]. 2017 йылдың 15 июнендә иртән янартау диңгеҙ кимәленән 12 саҡрым бейеклеккә тиклем көл бағанаһын ырғыта. 16 июндә кисен сираттағы көл ырғытылыуы теркәлә. Уның бейеклеге диңгеҙ кимәленән 5,5 саҡрымға тиклем тәшкил итә. 2019 йылдың 17 мартында, ике ай буйы атылғандан һуң, вулкан 4 километр бейеклектәге төтөн бағанаһын һауаға ырғыта[13].
2023 йылғы атылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2022 йылдың уртаһынан вулканологтар, лава көмбәҙенең тотороҡһоҙ торошо арҡаһында, Шивелучтың тиҙ арала атылыуын көтә[14]. 2023 йылдың 11 апрелендә урындағы ваҡыт буйынса төнгө 1 тула 4 минутта көслө урғылыу була[15]. Шивелуч атылыуы 3 апрелдәге Камчатка ер тетрәүенән һуң шунда уҡ, Безымянный вулканының 7 апрелдә эруптив атылыуы күҙәтелгәнлектән, ошо ике атылыуҙы сейсмик ваҡиға тыуҙыра, тип һанала[16][17]. Шивелуч янартауы әүҙемлегенең эҙмә-эҙлекле артыуы 28 марттан алып эҫе лаваның көмбәҙ түбәһенә даими ағып сығыуы, уның экструзияһы, фумароль әүҙемлеге һәм көл ташландыҡтары рәүешендә күҙәтелде[18]. 11 апрелдәге башланғыс пароксизмаль фаза барышында вулкан 20 км бейеклеккә еткән һәм 108 000 км² майҙанда таралған вулкан газы һәм көл болото ырғыта[19][18]. Ер өҫтөндәге янартауҙан пирокластик лавалар таралған максималь ара 19 саҡрым тәшкил итә[18]. Икенсе көндө береһенең эруптив колоннаһы 10 саҡрым бейеклеккә еткән ташландыҡтар һауаға урғыла. Башланғыс фаза һөҙөмтәһендә 60 йыл эсендә иң ҙур көл ямғыры ҡойола. Федераль һауа транспорты агентлығы осраҡҡа «ҡыҙыл» (максималь) хәүеф коды бирә[20]. Бысраныу бейеклеге стратосфераға еткәнлектән, атмосфераның юғары ҡатламдарына 200 000 т көкөрт диоксиды бүленеп сыға[18].
15 апрелдән с путниктарҙағы радиолокация һүрәттәрен анализлау күрһәтеүенсә, төп урғылыу көньяҡ йүнәлештә лава көмбәҙе емерелеү һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан, уның урынында 2 х 2,6 саҡрымлыҡ кальдер барлыҡҡа килгән. Емерелеү процесы нигеҙендә көмбәҙҙең өҙөлөүе һәм һуңынан көньяҡ-көнсығыш йүнәлештә шартлау һөҙөмтәһендә килеп сыға. Шулай итеп, атылыу экслозивлыҡ индексы 5 булған пелей тибына ҡарай[21]. 11-нән алып янартауҙың әүҙемлеге һәм бейеклеге кәмей барған көл ташланмаһы рәүешендә дауам итә. Инфраҡыҙыл спутник фотоһүрәттәре вулкан кратеры эсендә яңы лава көмбәҙе барлыҡҡа килтереүен күрһәтә[22].
2024 йылғы атылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2024 йылдың 18 авгусында урғыла, уға 7 балл кимәлендәге ер тетрәүе лә ҡушыла.[23].
Һүрәттәр
Иҫкәрмәләр
- ↑ Шивелуч (инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института
- ↑ Горкин А. П. География. — М.: Росмэн-Пресс, 2006. — 624 с. — (Современная иллюстрированная энциклопедия). — 10 000 экз. — ISBN 5-353-02443-5.
- ↑ Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 556. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
- ↑ Шевелюч // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ 1 2 Шлейф пепла вулкана Шивелуч на Камчатке растянулся на десятки километров (недоступная ссылка — история)., «Радио „Маяк“», 04.07.2010(недоступная ссылка — история)
- ↑ Ольга Коваль. Вулкан Шивелуч выбросил пепел на высоту 11 километров // Российская газета : ежедневная газета. — М.: Издательство "Российская газета", 2014. — Вып. 7 февраля 2014 года.
- ↑ На Камчатке вулкан Шивелуч засыпал пеплом два поселка — Газета. Ru | Общество . Газета.ру. Дата обращения: 15 ноябрь 2022.
- ↑ Интерфакс Россия . www.interfax-russia.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2022.
- ↑ Три выброса пепла на высоту от 7 до 10 км произошли на вулкане Шивелуч на Камчатке — ИТАР-ТАСС . ИТАР-ТАСС (13 май 2014). Дата обращения: 15 ноябрь 2022.
- ↑ Ъ-Новости — Камчатский вулкан выбросил семикилометровый столб пепла . Дата обращения: 11 декабрь 2019. Архивировано из оригинала 31 март 2017 года.
- ↑ Семикилометровый столб пепла выбросил вулкан Шивелуч (недоступная ссылка — история). Gismeteo.kz (29 ғинуар 2016). Дата обращения: 16 июнь 2016.
- ↑ На вулкане Шивелуч зафиксирован пепловый выброс . 41.mchs.gov.ru. Дата обращения: 24 февраль 2017. Архивировано из оригинала 24 февраль 2017 года.
- ↑ Борис КОКУРИН. На Камчатке произошло извержение сразу двух вулканов . Комсомольская правда (17 март 2019). Дата обращения: 19 март 2019.
- ↑ Вулкан Шивелуч на Камчатке подготовился к мощному извержению . iz.ru (20 октябрь 2022). Дата обращения: 14 апрель 2023.
- ↑ Мощное извержение вулкана Шивелуч на полуострове Камчатка . dailyfish.ru. Дата обращения: 11 апрель 2023.
- ↑ Chrissy Sexton, Earth.com. Two volcanoes have erupted three days apart in Russia (ингл.). www.earth.com (17 март 2019). Дата обращения: 19 март 2019.
- ↑ Землетрясение на Камчатке могло запустить извержения Безымянного и Шивелуча . rg.ru. Дата обращения: 11 апрель 2023.
- ↑ 1 2 3 4 Smithsonian // US Geological Survey Weekly Volcanic Activity Report, 5 April-11 April 2023 // Managing Editor: Sally Kuhn Sennert. Report on Sheveluch (Russia) — 5 April-11 April 2023 (ингл.). volcano.si.edu (5 апрель 2019). Дата обращения: 19 март 2019.
- ↑ На Камчатке произошло извержение вулкана Шивелуч . Ведомости (11 апрель 2023). Дата обращения: 11 апрель 2023.
- ↑ Росавиация предписала перевозчикам корректировать маршруты из-за извержения вулкана на Камчатке . Коммерсантъ (11 апрель 2023). Дата обращения: 11 апрель 2023.
- ↑ www.volcanodiscovery.com. Shiveluch volcano (Kamchatka): dramatic morphological changes to dome area (ингл.). www.volcanodiscovery.com (15 апрель 2023). Дата обращения: 15 апрель 2023.
- ↑ von Marc Szeglat // Vulkane Net Newsblog. Vulkan-News 16.04.23: Shiveluch (нем.). www.volcanodiscovery.com (16 апрель 2023). Дата обращения: 17 апрель 2023.
- ↑ Сильное Землетрясение в 7.0 баллов произошло на Камчатке. Вулкан Шивелуч выбросил облако пепла на 8 км
Әҙәбиәт
- Список научной литературы . www.kscnet.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2022. по вулкану Шивелуч с 1946 по 2011 года
- Черноморец С. С., Сейнова И. Б. Селевые потоки на вулканах. — Москва: Издательство УНЦ ДО, 2010. — 72 с. ISBN 978-5-88800-341-1 . Архивировано из оригинала 1 февраль 2012 года.
- Сейнова И. Б., Черноморец С. С., Тутубалина О. В., Баринов А. Ю., Соколов И. А. Условия формирования селевых потоков в районах активного вулканизма (на примере вулканов Ключевской и Шивелуч, Камчатка). Часть 1. Криосфера Земли, 2010, т. XIV, № 2, с. 29-45 . www.izdatgeo.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2022.
- Сейнова И. Б., Черноморец С. С., Тутубалина О. В., Баринов А. Ю., Соколов И. А. Условия формирования селевых потоков в районах активного вулканизма (на примере вулканов Ключевской и Шивелуч, Камчатка). Часть 2. Криосфера Земли, 2010, т. XIV, № 3, с. 29-36 . www.izdatgeo.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2022.
Һылтанмалар
- Фотографическая база данных «Активность вулканов Камчатки . www.emsd.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2022.»
- Вебкамеры . www.emsd.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2022. Камчатского филиала ФИЦ ЕГС РАН
- Карта бите O-57-XXXVI соп. Шивелуч. Масштаб: 1 : 200 000. Состояние местности на 1971-1980 год. Издание 1986 г.
- Шевелюч // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Изображение вулкана в режиме On-line . www.kscnet.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2022.
- Текущая активность вулкана Шивелуч . www.kscnet.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2022.
- Подробная информация о вулкане . www.kscnet.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2022. на сайте ИВиС ДВО РАН
- Shiveluch (ингл.). www.kscnet.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2022. в проекте «Голоценовые вулканы Камчатки» на сайте ИВиС ДВО РАН
- Шивелуч (инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института
- Статья (ингл.). volcanolive.com. Дата обращения: 15 ноябрь 2022. на сайте проекта Volcano Live
- Статья . www.kamchatsky-krai.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2022. о вулкане Шивелуч на краеведческом сайте Камчатского края
- Мощное извержение вулкана Шивелуч 11.04.2023
- Сильное Землетрясение в 7.0 баллов произошло на Камчатке. Вулкан Шивелуч выбросил облако пепла на 8 км