Шиҙе (Һәләүек ҡушылдығы)

Шиҙе Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһының[1] Ишембай районындағы йылға. Йылға Буҙалашбаш тауынан көнсығыштараҡ башлана, Буҙалашбаш менән Ыласынтау араһынан ағып төшөп, Һәләүек йылғаһына уң яғынан, тамағынан 56 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 19 км. Йылғаның икенсе атамаһы- Хажы Шиҙеһе, ул ауыл урамынан түбәнгә, көнбайышҡа ҡарай аға.

undefined

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыАғиҙел йылғаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Охлебино һыу үлсәү посына тиклем, Эҫем йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200712111100018388
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101838
  • Бассейн коды — 10.01.02.007
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Иҫкәрмәләр

  1. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  2. 1 2 РФ һыу реестры: Шиҙе.

Һылтанмалар