Шкумбини
Шку́мбини (алб. Shkumbini) — үҙәк Албания буйлап ағып, Адриатик диңгеҙгә ҡоя торған йылға. Был йылға Албания халҡын ике төрлө диалектта һөйләшеүсе ике төркөмгә айыра: йылғаның төньяғында — албан теленең гег диалекты, көньяғында тоск диалекты таралған.
Йылға Охрид күленән көньяҡ-көнбайышта, Поградец районының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә тауҙарҙа башлана. Йылға тәүҙә төньяҡҡа ҡарай, унан һуң төньяҡ-көнбайышҡа табан аға, артабан Либрадж ҡалаһы эргәһендә көнбайышҡа борола, шунан Эльбасан ҡалаһы янында тигеҙлеккә сығып, Адриатик диңгеҙгә ҡоя.
Һыуҙың уртаса ағымы — 70 м³/сек, көҙ һәм ҡыш ташҡын була, йәй һыуы — уртаса кимәлдә. Йылғаның һыуы баҫыуҙарҙы һуғарыу өсөн тотонола.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.