Шолохов проспекты

Шолохов проспекты — Дондағы Ростов ҡалаһындағы проспект. Пролетар һәм 1-се май (Первомайский) райондары аша үтә. Оҙонлоғо буйынса ҡалала икенсе урам[2].

Географияһы

Театраль проспекты менән киҫешкән урындан, Энергетиктар майҙанынан башланып, «Дон» федераль трассаһына сығыусы Аҡсай проспектына барып тоташа. Шолохов проспектының оҙонлоғо 7,8 км[3]. Федераль трассаға сығыуы сәбәпле, Шолохов проспектына ҙур ғына көсөргәнеш төшә. Автотранспорттың күп өлөшө ҡала үҙәгенә ошо проспекттан йөрөй. с М-4 «Дон»,. Проспект аша Ростов өлкәһенең төньяғынан килгән ҡала-ара автобустар маршруты үтә, ул, проспект башына тиклем барып, Красноармейская урамына борола.

Атамаһы

1984 йылдың 3 июлендә КПСС Үҙәк комитеты һәм СССР-ның Министрҙар Советы ҡарары менән, Дондағы Ростовта Михаил Александрович Шолоховтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында, Октябрь урамына Шолохов проспекты тигән яңы атама бирелә[3].

Проспекта урынлашҡан объекттар

  • Ростов аэропорты
  • Автовокзал
  • Проспект буйында ҡаланың иң ҙур парктарҙың береһе — Николай Островский паркы урынлашҡан.
  • Шулай уҡ, проспект эргәһендә 19421943 йылдарҙа ростов күген дошмандарҙан һаҡлаусыларға арналып Авиаторҙар паркы төҙөлгән.
  • Шолохов проспектында 1949 йылда төҙөлгән Есенин исемендәге китапхана урынлашҡан (Шолохов проспекты, 158).
  • Аксай проспекты менән тоташҡан ерҙә «Лента» гипермаркеты эшләй.
  • «Лукойл», «Роснефть», «Башнефть» АЗС-тары.
  • Проспектта Ростовтың төп футбол аренаһы —"Олимп-2" стадионы.
  • 14-се линия урамы менән киҫешкән ерҙә Пролетар (Әрмән) зыяраты урынлашҡан.
  • Сельмаш проспекты менән киҫешкән ерҙә Октябрь майҙаны урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

Категориялар