Шоров Рөстәм Асламбек улы

Рөстәм Асламбек улы Шоров (рус. Рустам Асламбекович Шоров; 1989 йылдың 15 марты, Нефтеюганск, Төмән өлкәһе) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар. 2023 йылдан «Ағиҙел ҡалаһы баҙары» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының VII саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1].

Биографияһы

Рөстәм Асламбек улы Шоров 1989 йылдың 15 мартында Төмән өлкәһенең Нефтеюганск ҡалаһында тыуған. Ҡалалағы 6-сы һөнәрселек училищеһын тамамлаған.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәт үткәндән һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

Юғары белемде Рәсәй кооперация университетында (рус.)баш. ала (иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ факультеты, «Дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ» йүнәлеше). Артабан Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында «Дәүләт һәм муниципаль идара» программаһы буйынса квалификацияһын күтәрә. Шулай уҡ Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетында «Юриспруденция» йүнәлеше буйынса өҫтәмә белем ала.

2011—2023 йылдарҙа сауҙа компанияларында етәксе вазифаларҙа эшләй, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. 2022—2023 йылдарҙа «А Групп» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры була.

2023 йылдан — «Ағиҙел ҡалаһы баҙары» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры.

2025 йылдан «А6» акционерҙар йәмғиәте президенты итеп тәғәйенләнә[2].

Йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрлеге

2023 йылда Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы VII саҡырылышына «Ғәҙел Рәсәй — патриоттар — хаҡлыҡ өсөн» социалистик сәйәси фирҡәһенән берҙәм республика һайлау округы буйынса депутат итеп һайлана.

Парламентта бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре комитеты ағзаһы. Шулай уҡ депутаттарҙың килеме, сығымдары һәм милке тураһында бирелгән мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн контролләү буйынса комиссия составына инә[2].

Бүләктәре

  • «Волонтёр России» миҙалы — махсус хәрби операция менән бәйле ирекмәнлек һәм хәйриә эшмәкәрлеге өсөн;
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының иҫтәлекле билдәһе;
  • «Гражданлыҡ батырлығы өсөн» миҙалы — гуманитар конвойҙар ойоштороуҙа һәм уларҙа шәхси ҡатнашыу өсөн[1].

Ғаиләһе

Өйләнгән, ике ул тәрбиәләй[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Шоров Рустам Асламбекович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026.
  2. 1 2 Шоров Рустам Асламбекович. Депутаты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026.