Шталаг 358

Богу́ния — Житомир ҡалаһы ситендә 1941-1943 йылдарҙа Гитлерҙың хәрби әсирҙәр өсөн булдырылған иң ҙур лагерҙарының береһе.

Дөйөм мәғлүмәт

Богуния концентрацион лагеры, немец терминологияһы буйынса Шталаг 358 (нем. Stalag 358), Гитлерҙың хәрби әсирҙәре өсөн иң ҙур лагерҙарының береһе булараҡ, шул уҡ исемле ауылдың элекке армия казармаларында 1941 йылдың ғинуарынан 1943 йылдың майына тиклем урынлашҡан. Әлеге ваҡытта был территория Украинаның Житомир ҡалаһы сигенә инә[1].

Ҡайһы бер факттар

1941 йылдың йәйендә лагерҙа 100 меңдән ашыу хәрби әсир тотолған. Кешеләр бик тығыҙ (скученность) һәм ашауҙа ҙур сикләүҙәр шарттарында йәшәгән. Биналарҙа тотҡондарҙың бик аҙ өлөшө генә урынлаштырыла. Күпселеге асыҡ һауала тотола. 1941 йылдың көҙөндә лагерҙа дизентерия һәм сабыртма тиф эпидемияһы башлана. Ауырыуҙарҙы һәм яралыларҙы дауаламағандар. Көн һайын тотҡондарҙы атып үлтергәндәр. Тотҡондарға тәүлегенә бер тапҡыр ғына ашарға — 100 грамм тары һәм ярты литр һыу — бирелгән. Аслыҡтан һәм хәлһеҙләнеүҙән үлеү осраҡтары бик юғары — көн һайын 40-ҡа тиклем кеше — булған[2].

1941 йылдың сентябрендә лагерь подпольеһы ойошторола. 1942 йылдың декабрендә подпольщиктар 10-15 м тәрәнлектәге һәм 70 м оҙонлоҡтағы ер аҫты туннелен төҙөй башлайҙар. Хыянат арҡаһында төҙөлөш фаш ителә, был репрессияларҙың көсәйеүенә килтерә[3].

Тамамланышы

1943 йылдың майында лагерь тарҡатыла. Тотҡондарҙы Германияға алып китәләр. Лагерь эшләгән осорҙа Богунияла һәләк булғандарҙың дөйөм һаны 79 мең кеше, тип баһалана[4].

Хәтер

1996 йылда Богуния лагеры урынында, Житомирҙа, скульптор Й. С. Табачник «Фашизм ҡорбандарына» мемориалын булдыра.

Иҫкәрмәләр

  1. Украинская ССР в Великой Отечественной войне Советского Союза 1941—1945 гг. Т. 1. — К., 1975.
  2. Борис Дубман. Цена Победы для Житомира. Proza.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2016. Архивировано 27 август 2016 года.
  3. Коваль М. В. Військовополонені України — шлях війни // «Політика і час», 1999, № 2-3.
  4. Ҡалып:Из ЭИУ

Ҡалып:ЭИУ

Категориялар