Шәғәлин Йәмил Мөҙәрис улы

Шәғәлин Йәмил Мөҙәрис улы (1972 йыл) — спортсы, гер спорты мастеры

Биографияһы

Йәмил Мөҙәрис улы Шәғәлин 1972 йылда Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ҡолғана ауылында тыуған. 1989 йылда Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалын тамамлай.

Спорттағы ҡаҙаныштары

Шәғәлин Й. М., ветерандар араһында гер спорты буйынса ярыштарҙа сығыш яһап, спортта иң ҙур уңыштарға өлгәшә (2013)[1]. 2013 йылда Башҡортостан Республикаһы чемпионы була. Халыҡ-ара турнирҙа (Архангельск, 2013) һәм «33 баһадир» Бөтә Рәсәй турнирында (Мәскәү, 2013) көмөш миҙал яулай. Уға 2013 йылда "Гиннесстың рекордтар китабы"на индерелгән яңы донъя рекорды ҡуйыу өсөн сертификат бирелә.

Һылтанмалар

Шагалин Ямиль Мударисович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 557. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Иҫкәрмәләр


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Категориялар