Эльки (йылға)
Эльки (исп. Río Elqui) — Чилиҙың Кокимбо өлкәһенең төньяғында аҡҡан йылға.
Писко-Эльки ҡасабаһы эргәһендә, Турбио һәм Рио-Кларо йылғалары ҡушылып, Эльки йылғаһы барлыҡҡа килә. Йылға көнбайышҡа ағып, Ла-Серена ҡалаһы эргәһендә Тымыҡ океанға ҡоя. Викунья ҡалаһы эргәһендә йылға быуылған (Пукларо һыуһаҡлағысы).
Һылтанмалар
- Rios de Chile — Río Elqui 2008 йылдың 28 сентябрь көнөндә архивланған.
- CUENCA DEL RIO ELQUI 2007 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған.