Эмайыги
Дөйөм мәғлүмәттәр
Оҙонлоғо — 99,3 км, бассейны майҙаны — 9628,1 кв. км[5]. Тамағында һыуҙың уртаса ағымы секундына 70,1 м³.
Выртсъярв күленән башлана. Пюхаярв күленән Выртсъярв күленә тиклемге 82 км оҙонлоғондағы участка Вяйке-Эмайыги (Кесе Эмайыги) тип атала, был күлдән йылғаның түбәнге ағымы (101 км) — Суур-Эмайыги (Оло Эмайыги) тип атала. Йылға Чуд күленә ҡоя. Йылға тамағының бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 30,1 м. Декабрҙән март аҙағына тиклем йылға боҙ менән ҡапланған була. Тарту ҡалаһынан һуң йылғала суднолар йөрөй башлай.
Куремаа күленән башланған Амме йылғаһы Эмайыги йылғаһына барып ҡушыла.
Йылға тарихы
1030 йылда Ярослав Мудрый отряды Омовжа йылғаһы ярында Юрьев (хәҙерге Тарту) ҡалаһына нигеҙ һала.
1234 йылда Омовжалағы алышта кенәз Ярослав Всеволодович етәкселегендә Новгород-Владимир ғәскәре Меченосецтар ордены ғәскәрен ҡыйрата.
1341 йылда Ливон немецтары Лотыголала Псков илселәрен үлтергәндән һуң, Псков посаднигы Илия Борисович, Новгородтан да, Ольгердтан да ярҙам килеүен көтмәй, ғәскәре менән Омовжаға йүнәлә һәм 2 майҙа йылғаның ике яры буйлап ултырған немец ауылдарын ҡыйрата[6].
1472 йылда православие руханийы Исидор һәм уның менән килгән 72 кеше йылғаға батырыла.
1704 йылдың 3 майында генерал-майор фон Верден командалыҡ иткән урыҫ карбастары отряды Амовжа (Эмайыги) йылғаһының тамағында Карл Лёшерн етәкселегендәге шведтарҙың күл флотилияһына һөжүм итә. Һуғышта шведтарҙың 13 судноһы баҫып алына, бер судно шартлатыла, ә береһе ҡасып китеп өлгөрә. Баҫып алынған судноларҙан 86 орудие һәм 138 әсир алына.[7]
Иҫтәлекле урындары
Шулай уҡ ҡара
- Акали — поселение эпохи неолита, бронзы и раннего железа (3—1-е тыс. до н. э.) в приустье реки.
- Сражение на Омовже
Иҫкәрмәләр
- ↑ Estonian Nature Information System
- ↑ Estonian Environmental Register
- ↑ https://infoleht.keskkonnainfo.ee/default.aspx?state=4;68547596;est;eelisand;;&comp=objresult=veekogu&obj_id=-1089627227
- ↑ Эмбах // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- ↑ Emajõgi.
- ↑ Экземплярский А. В.,. Илия Борисович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Летопись Российского флота. От зарождения мореходства в древнерусском государстве до начала XXI века. В 3-х т. Т. 1. 860—1900 гг. — Санкт-Петербург: Наука, 2012. — 656 с.
- ↑ Постоянная экспозиция | Tartu Kunstimuuseum / Tartu Art Museum. tartmus.ee. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июнь 2016. Архивировано 23 февраль 2016 года. 2016 йылдың 23 февраль көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Палакс В. Г. Вверх по реке Эмайыги в Тарту // По Псковско-Чудскому водоёму: Справочник-путеводитель для туриста / В. Г. Палакс; Худож. А. А. Ушин. — 2-е изд., испр. и доп. — Л.: Лениздат, 1982. — С. 82—97. — 128 с. — 25 000 экз.
- Эмбах // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Эмайыги // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.