Энгельберг

Энгельберг (нем. Engelberg OW) — Швейцарияның Обвальден кантонында урынлашҡан курорт һәм коммуна..

Коммунаның халҡы 3767 кеше тәшкил итә (31 декабрь, 2007 йыл мәғлүмәттәре буйынса). Рәсми коды — 1402.

Исеменең тарихы

Риүәйәт буйынса, Энгельберг исеме бенедикт монастырынан алынған: монастырға нигеҙ һалыусы Конрад фон Шелленбуренға (Konrad von Sellenburen) фәрештә пәйҙа булған, ул Ochsen туғайында изге урын төҙөргә бойорған. Монастырь төҙөлгәс— 1120 йылда — ике аббат пәйҙа күрә: улар монастырҙан алыҫ түгел тауҙа фәрештәләр хоры күрә. Фәрештәләр Хоҙайға маҡтау йырын йырлай. Атамаһы шул «Энгельберг» — йәғни Фәрештә Тауы һүҙенән алынған — ошо һүҙ ҡала исеме булып киткән[5].

Риүәйәт ҡала гербында сағылыш тапҡан. Стилләштерелгән фәрештәләр һындарын Энгельбергтың төрлө урындарында күрергә мөмкин.

Бенедикт аббатлығы бында әле лә эшләй.

Энгельберг курорты төрлө яҡтан Альп тауҙары түбәләре менән уратып алынған, улар менән күтәргес кабиналарҙан ҡарап һоҡланырға мөмкин.

Спорт

Энгельбергта 1938 йылдың 5-6 мартында саңғы спорты буйынса 8-се донъя чемпионаты үтә.

Фотогалерея

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

Категориялар