Мицци Энрико
Энрико (Нерик) Мицци (мальт. Enrico Mizzi, 20 сентябрь 1885 йыл, Валлетта, Мальта — 20 декабрь 1950 йыл, Паола, Мальта) — Мальтаның дәүләт эшмәкәре, Милли партия лидеры , 7-се премьер-министр (26.09.—20.12.1950)[2].
Биографияһы
1903 йылда Гозо утрауында, һуңынан колледжда семинарияла уҡый. 1906 йылдан алып Рим (Ла Сапиенца) һәм Урбино (Урбинский университеты) университеттарында юриспруденция уҡыта. 1915 йылда Мицци тәүге тапҡыр хөкүмәт Советына һайлана, 1917 йылда ул Бөйөк Британияға ҡаршы йәшерен эшмәкәрлектә ғәйепләнеп ҡулға алына һәм бер йылға холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм ителә.
1921 йылда Энрико Мицци 1926 йылда Unione Politica Maltese менән берҙәм Милли партияға берләшкән Милли Демократик партия булдыра. Итальян телле Мицци Италия менән тығыҙ бәйләнештә була, Мальтаны икенсе донъя һуғышында Германияның союздашы булған Италияға ҡушыу өсөн сығыш яһай, ә Мальта Бөйөк Британия протектораты аҫтында була. 1932—1933 йылдарҙа ауыл хужалығы, балыҡсылыҡ һәм мәғариф министры вазифаһын башҡара. Был ахыр сиктә 1940 йылда Миццины уның ҡулға алыныуы менән тамамлана һәм 1942 йылда Угандаға һөргөнгә оҙатыла[3]. Ул 1945 йылдың 8 мартында ғына ҡайта ала. Ә инде 15 мартта Мальта Советы ултырышында ҡатнаша. 1947—1950 йылдарҙа парламент оппозицияһы лидеры булып тора.
1950 йылда премьер-министр итеп тәғәйенләнә, коалиция хөкүмәтенә етәкселек итә, әммә тиҙҙән вазифала өс ай ҙа тормайынса вафат була. Әлеге ваҡытта ул — Мальта тарихында вазифа башҡарғанда вафат булған берҙән-бер премьер-министр.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Bonnici E. Cimiterju Ta’ Santa Marija Addolorata – Storja, Arti u Personalitajiet (мальт.) — Kalkara: Heritage Malta, 2019. — бит 354. — ISBN 978-99932-57-75-2
- ↑ Мальта (Malta)
- ↑ Политическая история Мальты 2012 йылдың 7 ғинуар көнөндә архивланған.