Энәк (Бөрө ҡушылдығы)

Энәк Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы биләмәһендә аҡҡан йылға. Ул Бөрө йылғаһының уң ярына тамағынан 67 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 46 км.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыАғиҙел йылғаһы Бөрө ҡалаһынан тамағана тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[1].

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201612111100025438
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102543
  • Бассейн коды — 10.01.02.016
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Этимология

Мишкә районында ике Энәк йылғаһы бар, халыҡ телендә улар Бәләкәй Энәк һәм Ҙур Энәк тип йөрөтөлә[2]. Улар Ҡамай ауылы эргәһендә ҡушылалар һәм Бөрө йылғаһына ҡоялар. тарихи документтар буйынса 310 йыл элек Мишкә ауылына нигеҙ һалыусы ата-бабалар ошо йылға буйына төпләнгән. Йыл да йола буйынса Энәк буйында район һабантуйҙары үтә. Мишкә районы гимнына әйләнгән «Мишкан» йырында ла Энәк йылғаһы иҫкә алына [1]. Энәк йылғаһы атамаһының килеп сығышы әлегәсә крайҙы өйрәнеүселәр тарафынан өйрәнелмәгән. Йылғаның исеме мари халҡы килеп төпләнгәнсе булған тигән фарыз йәшәй. Йылға район халҡының яратҡан урыны. Бында алабуға, суртан, табан, сазан балыҡтары бар.

Ҡушылдыҡтары

Уң яҡтан Кесе Энәк.

Сығанаҡтар

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[1]:

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Категориялар