Эра Истрефи

Эра  Истрефи  (рус. Истрефи, Эра; 1994 йылдың 4 июле, Приштина, Союзная Республика Югославия[d]) — албан йырсыһы, автор-башҡарыусы. 2013 йылда «Mani për money» тип аталған  тәүге рәсми синглы сыҡҡас, 19 йәшендә Европала албан телле аудиторияла беренсе танылыуы  була[2].

2016 йылда Истрефи «BonBon» синглы менән халыҡ-ара танылыу ала, уның синглын австралия йырсыһы Sia һәм барбадосс йырсыһы Рианнаның эше менән сағыштыралар[3]. Уңышынан һуң бер ай үткәс, америка лейблдары Sony Music һәм Ultra Music менән килешеү төҙөй[4]. 2017 йылда European Border Breakers Award  премияһын ала.                        

Тормошо һәм карьераһы

1994-2014: Иртә тормошо һәм карьераһының башы

Эра Истрефи 1994 йылдың 4 июлендә Косовола  Приштинала тыуа (ул мәлдә Черногория составында)[5][6]. Әсәһе Сюзана Тахирсладж  — 1980 һәм 1990 йылдарҙа популяр албан йырсыһы, атаһы Незир Истрефи — журналист. 2004 йылда ҡыҙҙың атаһы үлгәс, әсәһе музыкаль карьераһын ҡалдыра.  Һеңлеһе Нора Истрефи (инг.)баш. (инг.)баш. шулай уҡ йырсы.

Истрефи дебютын тыуған илендә 2013 йылда «Mani për money» йыры менән башлай, йырҙың тексы ҡайһы бер инглиз һүҙҙәре менән албан теленең гег диалектында  була[7]. Бер нисә ай үткәс, ул «A Po Don?» видеоклиплы релизын сығара, был да шулай уҡ танылыу ала[8]. Уның  өсөнсө синглы «E Dehun» синглы Неджмие Парагушаның  бер исемле синглы  тәьҫире аҫтында яҙылған— шул уҡ текст һәм  шул уҡ инструменталь яҙыу өлөшө ҡулланыла. «E Dehun»" синглы сыҡҡандан һуң  Awards Videofest церемонияһында өс награда, шул иҫәптән «Иң яҡшы яңы башҡарыусы» номинацияһын ала. 2014 йылдың декабрендә йырсы «13» поп- балладаһын сығара,  продюсер ҡатнашлығында ул АҠШ-та сыға.[9]. Йырға төшөрөлгән музыкаль видео  YouTube видео-сайтында 24 сәғәт эсендә 200,000 ҡарау йыя [10], ә һуңыраҡ V Magazine журналында уның тураһында мәҡәлә барлыҡҡа килә[11]. Шул уҡ ваҡытта ул ЛГБТ хоҡуҡтарын хуплау тураһында белдерә. 2016 йылда албан гражданлығын ала[12].

2015—хәҙергеһе: Халыҡ-ара танылыу

Истрефи халыҡ-ара танылыуҙы «BonBon» синглы арҡаһында ала, ул 2015 йылдың 31 декабрендә сыға, сингл Косовола төшөрөлгән видеоклип менән бергә бирелә[13]. Йыр, социаль селтәрҙәрҙә вирус һымаҡ,  ҙур уңышҡа эйә була[14]. Йырсы америка актрисаһы Хлоя Грейс Морецтың маҡтауына лайыҡ була[15], ә төрлө баҫмаларҙа уны «Косово Sia һәм Рианнаһы» тип атайҙар[16][17]. 2016 йылдың февраль айында Истрефи америка лейблдары Sony Music Entertainment һәм Ultra Music менән килешеүгә ҡул ҡуя. Шулай уҡ  йырсы үҙенең киләһе дебютлы альбомын RCA Records хеҙмәттәшлегендә сығарасаҡ тип хәбәр ителә[18]. 2016 йылдың июнендә  «Bonbon» синглының инглиз телле версияһы релизы үтә[19].

2017 йылдың 24 февралендә  продюсер Феликс Сноу ҡатнашлығында яҙылған  «Redrum» синглын сығара [20][21]. Бер нисә ай үткәс, Истрефи 29 сентябрҙә  French Montana ҡатнашлығында яҙылған «No I Love Yous» яңы синглын сығара[22].

2022-2025 йылдарҙа Истрефи Эра бер нисә яңы сингл яҙҙыра: Все еще (2022), БЕБЕ (2022), Идиот (2022), Одинокий (2023), AMI (2024), Жара (2024), Мона ЛИЗА (2024), AMI DO LOVE (ғинуар 2025), Хайдэ (2025), Китти (2025).

Дискографияһы

Хит-парадтағы урындары һәм сертификациялары
Исеме Йыл Хит-парадта юғары урындар Сертификациялар
AUS

[23]

AUT

[24]

BEL

(Wal)
[25]

BUL

[26]

CAN

[27]

DEN

[28]

FRA

[29]

GER

[30]

NL

[31]

SWI

[32]

«Mani për money» (Money mania) 2013
«A po don?» (Do you want to?) 2014
«E dehun» (Drunk)

(совместно с участии Mixey)

«13»
«Njo si ti» (Someone like you) 2015 26
«Shumë pis» (Very naughty)

(совместно с Ledri Vula)

«BonBon» 2016 46 19 39 1 95 38 29 10 68 39
  • BVMI: Алтын
  • NVPI: Алтын
«Redrum»

(совместно с Феликсом Сноу)

2017
«No I Love Yous»

(совместно с French Montana)

«—» означает, что релиз не попал в чарты или не был выпущен на определённой территории.

Наградалары һәм номинациялары

Йыл Наградалар Номинация Исеме Һөҙөмтә
2014 VideoFest Awards Трейдер Best «E dehun» Еңеү
Styling Best Еңеү
Female Best Номинация
Artist Best New «Për Mani money» Еңеү
Show Zhurma Awards Artist Best New «E dehun» Номинация
2015 Collaboration Best «Pis Shumë» Номинация
Internet Award Еңеү
Тусовка Best Номинация
2016 Top Music Awards Of the Year Collaboration «Pis Shumë» Еңеү
Тусовка of the Year Номинация
«BonBon» Еңеү
Female Artist of the Year «Ул үҙе» Еңеү
Artist Avantgarde Номинация
Kult Awards Тусовка of the Year «BonBon» Номинация
2017 Eurosonic Noorderslag Border Breakers European Award «Ул үҙе» Еңеү
Public Choice Award Номинация

Иҫкәрмәләр

  1. Era Istrefi // Discogs (ингл.) — 2000.
  2. Rosenzweig, Mathias Introducing Era Istrefi, the Eastern European Singer With Pipes Like Rihanna (билдәһеҙ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2016.
  3. WATCH - IF YOU MERGED SIA AND RIHANNA YOU'D GET ERA ISTREFI - BONBON. ixdaily.com. IX Daily. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2016. 2016 йылдың 3 март көнөндә архивланған.
  4. Era Istrefi firmos me Sony Music - Lajme rozë. GazetaExpress.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2016. 2016 йылдың 14 июль көнөндә архивланған.
  5. Косово является предметом территориального спора между Республикой Косово и Республикой Сербия. Республика Косово в одностороннем порядке объявила независимость 17 февраля 2008 года, но Сербия продолжает утверждать её как часть своей суверенной территории. Два правительства начали восстанавливать свои отношения в 2013 году в рамках «Договора слияния». Косово получило официальное признание в качестве независимого государства от 111 из 193 членов-государств Организации Объединенных Наций.
  6. Kosovo's Istrefi Tastes Sweet Success With 'Bonbon' :: Balkan Insight. www.balkaninsight.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2016.
  7. Yjet shqiptarë mbështesin legalizimin e martesave gej dhe lezbike (Foto) - Privé - Faqja Zyrtare. Prive.al. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2016.
  8. "A Po Don" thotë Era Istrefi! telegrafi.com. Telegrafi. 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
  9. Era Istrefi lanson baladën "13" (Video). Telegrafi. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 декабрь 2014. 2014 йылдың 16 декабрь көнөндә архивланған.
  10. "13" drejt rekordeve të para (Video) - Lajme rozë. GazetaExpress.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2016. 2014 йылдың 16 декабрь көнөндә архивланған.
  11. Stagg, Natasha Meet Era Istrefi. V Magazine. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2014. 2016 йылдың 1 апрель көнөндә архивланған.
  12. Era Istrefi requires Albanian citizenship, meets with President Nishani. ocnal. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2016.
  13. Archived copy. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2016. Архивировано 26 ғинуар 2016 года.
  14. Era Istrefi Is the 22-Year-Old Albanian Singer Who Got Famous in 24 Hours - Noisey (билдәһеҙ).
  15. ChloĂŤ Grace Moretz on Twitter: "Era istrefi. New star. Watch out. she's amazing.". Twitter (4 февраль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2016.
  16. Era Istrefi, biografia. TeksteShqip.com.
  17. Era Istrefi ne rubriken Instagram dhe te rejat e fundit 07.06.2015. YouTube. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2016.
  18. Albanian Popstar Era Istrefi signs to Ultra/B1/Sony Music. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2016.
  19. Wass, Mike Era Istrefi Drops English Version Of Global Smash "BonBon". Idolator.
  20. Wass, Mike Era Istrefi’s “Redrum” Video Is A Sexy, Red-Hued Fantasy (24 февраль 2017).
  21. staff, bigFM ERA ISTREFI: MIT “REDRUM” UND SUPERSTAR-PRODUZENT FELIX SNOW (2 март 2017).
  22. Desk, Music News Singer Songwriter Era Istrefi Returns with New Song 'No I Love Yous' (29 сентябрь 2017).
  23. australian-charts.com - Discography Era Istrefi. Hung Medien. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 август 2016.
  24. Era Istrefi - Bonbon. Austriancharts.at. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2016. Архивировано из оригинала 26 сентябрь 2016 года.
  25. Era Istrefi - Bonbon. Ultratop.be. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2016.
  26. Bulgarian National Top 40. Acharts.co. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2016.
  27. Era Istrefi - Chart history (Canadian Hot 100). Billboard. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2016.
  28. Era Istrefi - Bonbon. Danishcharts.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2016. Архивировано из оригинала 18 октябрь 2016 года. 2016 йылдың 30 июнь көнөндә архивланған.
  29. France Top Singles Charts (Week 21, 2016) (билдәһеҙ). Syndicat National de l'Édition Phonographique. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2016.
  30. Offizielle Deutsche Charts - Offizielle Deutsche Charts. Offiziellecharts.de (21 июль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2016.
  31. Era Istrefi - Bonbon. Dutchcharts.nl. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2016. Архивировано из оригинала 10 сентябрь 2016 года.
  32. Era Istrefi - Bonbon. Swisscharts.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2016. Архивировано из оригинала 13 август 2016 года.