Эрзя Википедияһы

Эрзя Википедияһы (эрзя Эрзянь Википедия) — Википедияның эрзя телендәге бүлеге. 2008 йылдың 26 майында эшләй башлай (быға тиклем инкубаторҙа була)[1].

2007 йылдың июлендә Википедияның урыҫ бүлеге ирекмәне, Мәскәүҙә йәшәүсе Андрей Суриков проект төҙөү инициативаһы менән сығыш яһай. Шулай уҡ инициатив төркөмгә Финляндияла эрзя теле уҡытыусыһы, америка тел белгесе Джек Рютер, Санкт-Петербургтан журналист Петрянь Андю (Андрей Петров) һәм Ульяновскиҙан инженер-программист Михаил Степченко инә[2][3].

2008 йылдың 19 февралендә Википедияның тел комитеты «Эрзя Википедияһы» ҡабул ителгән талаптарға тура килеүен һәм әҙерлеген раҫлай һәм уны уңышлы проект тип таный[4]. Бынан һуң 4 ай дауамында белгестәр мәғлүмәттәрҙе инкубаторҙан күсереү өсөн платформа әҙерләй, мәҡәләләрҙең дөрөҫлөгөн тикшерә[1].

Тәүге ярты йыл эсендә эрзя бүлегенең администраторҙары итеп Петрянь Андю, Андрей Суриков һәм Джек Рютер һайлана[1]. 2015 йылдың 16 майында бүлектәге мәҡәләләр һаны 2000 үтеп китә[5].

Тема буйынса өҫтәмә