Этмуйыл
Этмуйыл (рус. Крушина ломкая, крушина ольховидная, лат. Frangula alnus), или жостер ломкий (Rhamnus frangula) — бейеклеге 1,5-3 тирәһендә булған ҡыуаҡ йәки ағас; аҡ, күгелйем сәскәле, сәнскеле, ҡара ҡабыҡлы, йомшаҡ ҡына ҡара емешле туғай ҡыуағы. Май-июнь айҙарында йәшкелт сәскә ата, август-сентябрҙә емеше өлгөрә.
Таралыуы
Европа, Көнбайыш Себерҙә, Кесе Азия, Кавказ һәм Крымда урман һәм урманлы дала зонаһында таралған. Этмуйыл йылға буйҙарында, күл, һаҙлыҡ тиәһендә, әрәмәлек араһында урманда үҫә. Башҡортостанда киң таралған үҫемлек, Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай, Салауат райондарында бигерәк тә күп осрай.
Һылтанмалар
Әҙәбиәт
- Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. − 160 б. ISBN 5-295-01499-1
- Дудченко Л. Г., Козьяков А. С., Кривенко В. В. Пряно-ароматические и пряно-вкусовые растения — К.: Наукова думка, 1989. — 304 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-12-000483-0. (рус.)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |