Эукариоттар

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Эукариоттар
Башланыу датаһы 1594968-е тысячелетие
ХФА-лағы транскрицияһы ˈjukɛɚiˈɑtə
Таксондың халыҡ атамаһы 真核域, eukarionty[1], organizmy eukariotyczne[1], organizmy jądrowe[1], jądrowce[1], karionty[1], karioty[1] и eukaryote
Халыҡ-ара ғилми атамаһы
Таксономия рангыһы надцарство[d][2]
AlgaeBase URL algaebase.org/browse/tax…
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон биота[d]
Файл:A-Detailed-History-of-Intron-rich-Eukaryotic-Ancestors-Inferred-from-a-Global-Survey-of-100-pcbi.1002150.s003.ogv
Рәсем
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа
Хайуан күҙәнәгенең дөйөмләштерелгән диаграммаһы. Органеллалар: 1. Бәләкәй ядро 2. Күҙәнәк ядроһы 3. Рибосома 4. Везикула 5. Ҡытыршы (грануляр) эндоплазма ретикулумы 6. Гольджи аппараты 7. Күҙәнәк стенкаһы(диуары) 8. Шыма (агрануляр) эндоплазма ретикулумы 9. Митохондрия 10. Вакуоль 11. Цитозоль(Гиалоплазма) 12. Лизосома 13. Күҙәнәк үҙәге, йәки Центросома (центриоль)

Эукарио́ттар (арх. эвкарио́ттар; лат. Eukaryota «яҡшы» + «ядро»), йәки я́дролылар — күҙәнәктәрендә ядролары булған тере организмдарҙың домены (өҫбатшалыҡ). Бактерияларҙан һәм архейҙарҙан башҡалары барыһы ла эукариоттар.

Гольджи аппаратыЭндоплазма ретикулумыКүҙәнәк ядроһыЯдро мембранаһыЯдро тишемдәреРибосомаЭндоплазматический ретикулумВезикулаЛизосомаКүҙәнәк мембранаһыEndomembrane system diagram ru.svg
Эске мембрана системаһы һәм уның компоненттары

Хайуандар, үҫемлектәр, бәшмәктәр, шулай уҡ, протистар тигән төркөмдәгеләр — барыһы ла эукариот организмдар. Улар бер күҙәнәклеләр һәм күп күҙәнәклеләр булырға мөмкиндәр.

Әммә бөтәһенең дә төҙөлөш планы оҡшаш. Бөтәһенең дә цитоплазма эсендә мембраналар системаһы ныҡ үҫешкән. Нәҫел материалы цитоплазманан ике ҡатлы мембрана менән айырылған.

Бынан тыш мембраналы төҙөлөшлө органоидтар системаһы барлыҡҡа килгән:

  • ике ҡат мембраналылар: митохондриялар, пластидтар
  • бер мембраналылар:лизосомалар, Гольджи аппараты, эндоплазмаретикулумы (ЭПС).

Айырмалары ҙур булыуға ҡарамаҫтан, ядролылар юғары рангҡа ҡараған монофилетик таксон тип һанала.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • А. О. Рувинский. «Общая биология. Для углубленного изучения биологии». Издательство «Просвещение».
  • Ю. Н. Лемеза. «Биология. Вопросы повышеной трудности». Издательство «Айрис», 1998 г.
  • Н. Д. Андреева. «Биология». Издательство «Союз» 2002 г.
  • А. В. Кленова. «Биология для поступающих в ВУЗы». Издательство «Учитель», 1997 г.

Киң таралған фараздарҙың береһе булып, эукариоттар 1,6—2,1 млрд йыл элек барлыҡҡа килгән тигән фекер һанала.